Кузьменко Владимир Петрович
Кузьменко Владимир Петрович (8 август 1954 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Кузьменко Владимир Петрович 1954 йылдың 8 августында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса украин, юғары белемле — 1981 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1971 йылда, урта мәктәпте тамамлағас, Өфө электр лампалары заводында токарь булып башлай. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1981 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлағас, Салауат машина төҙөүселәр заводының медик-социаль бүлегендә табиб булып эшләй. 1982—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһында хирург булып эшләй. 1988 йылдан Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. [1]
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 53-сө Северный һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104