Куропатков Евгений Петрович

Куропатков Евгений Петрович (19 июль 1923 йыл) — гвардия инженер-полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнашыусы[1]. 62-се (8-се гвардия) армияһы ветерандары советы рәйесе.

Биографияһы

Евгений Петрович Куропатков 1923 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуа[2].

1930 йылда ғаиләһе менән Мәскәүгә күсенә. Атаһы — Петр Ефимович — 1940 йылда Ҡазан вокзалында почта ташыу бүлеге етәксеһе була, әсәһе — Вера Архиповна — баш ҡаланың Главпочтамтының 9-сы экспедицияһында эшләй. Евгений Петровичтың игеҙәк һыңары — Владимир.

Игеҙәктәр Мәскәү өлкәһенең Бабушкин ҡалаһында (хәҙер — Мытищи районы) 4-се Ярославль тимер юлы мәктәбендә уҡый[3]. 1941 йылдың 21 июнендә 10-сы синфыты тамамлайҙар.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы

1941 йылдың 23 июнендә үҙ ирке менән һуғышҡа китә. Тула хәрби училищеһында тиҙәйтелгән курстарҙы тамамлап, 19 декабрҙә, «2-се ранг хәрби технигы» дәрәжәһендә фронтҡа — Сталинград эргәһенә ебәрелә. 1942 йылдың июленән сентябргәсә 62-се армияның 196-сы уҡсылар дивизияһы составында Сталинград фронтында дивизияның арттәьминәт начальнигы ярҙамсыһы дәрәжәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 19 сентябрҙә, боеприпастар килетргәндә яралана[1].

27 сентябрҙә дивизияны хәрби хәрәкәттәрҙән сығаралар, ә 1943 йылдың ғинуарында, ҡайтанан формалаштырғандан һуң, Ленинградты обороналауға оҙаталар. 1943 йылдың иблендә Куропаткин Ф. Э. Дзержинский исемендәге Михайловка артиллерия академияһына йүнәлтелә.

1945 йылдың 24 июнендә академияның йыйылма батальоны составында Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадында ҡатнаша[3].

Һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге

Академия тамамлағандан һуң 30 йыл Совет Армияһы сафында СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Ракета-артиллерия ҡоралланыуы идаралығында хеҙмәт итә.

1948 йылда Хәрби-Диңгеҙ Көстәренә ебәрелә. 1951 йылда Мәскәүҙә илдең Оборона министрлығының Хәрби-Диңгеҙ флоты Үҙәк аппаратында хеҙмәт итә.

1977 йылдың майында отставкаға китә, һуңынан элек Хәрби-Диңгеҙ флотының хәрби вәкиллеген етәкләгән И. И. Картуков исемендәге «Искра» машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһында эшләй[1]. Предприятиела эшләү дәүерендә, авианосецтарҙы ла индереп, эре караптар төркөмөнә ҡаршы көрәш өсөн тәғәйенләнгән диңгеҙҙә урынлашҡан, осош тиҙлеге тауыштан шәберәк булған беренсе ҡанатлы «Базальт» совет ракетаһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнаша.

Отставкалағы гвардия инженер-полковнигы[2]. 62-се (8-се гвардия) армияһы ветерандары советы рәйесе[3]. Даими рәүештә мәскәүҙең маршал В. И. Чуйков исемендәге 479-сы мәктәбе уҡыусылары менән осраша, конференцияларҙа, ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, һуғыш йылдары тураһында һөйләй.

2023 йылда Евгений Петрович 100 йәшлек юбилейын билдәләй[4][5].

Шул уҡ йылда ветеранға Серебряные пруды ҡала округының почётлы гражданы исеме бирелә[6].

undefined

2024 йылдың 9 майында Куропатков Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадын трибунанан, Рәсәй Президенты Владимир Путин эргәһендә, уның уң яғында ултырып ҡарай[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Три бойца. Евгений Петрович Куропатков. "Москва. Северо-Запад" (3 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.
  2. 1 2 3 Курапатков Евгений Петрович. «Волонтеры Победы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.
  3. 1 2 3 4 Александр Гончаров. Е.П. Куропатков, 100-летний участник Сталинградской битвы. Проект «Последний солдат Второй мировой» (23 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.
  4. Александр Мажуга поздравил со 100-летием участника Великой Отечественной войны Евгения Петровича Куропаткова. Единая Россия (19 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.
  5. Участнику Сталинградской битвы и обороны Ленинграда Евгению Куропаткову исполнилось 100 лет. 1tv.ru. Первый канал (19 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.
  6. Сэсэг Жигжитова. Ветеран ВОВ Евгений Куропатков стал Почетным гражданином Серебряных Прудов. mk-mosobl.ru. Московский комсомолец (26 февраль 2023).
  7. Путин принимает парад Победы на Красной площади. tass.ru. ТАСС (9 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2024.