1892 йылда Лахтин Император Дерпт университетында профессор вазифаһын биләй. 1893 йылда 3-сө, 4-се, 5-се һәм 6-сы дәрәжә тигеҙләмәләрҙе өйрәнеүгә арналған магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы — « Гипергеометрик функцияларҙа сиселә торған алгебраик тигеҙләмәләр»). 1896 йылдан Мәскәү университетында, башта экстраординар профессор, 1902 йылдан ординар профессор; университеттағы эшен Император Мәскәү техник училищеһында һәм Мәскәү ерҙе ыҙанлау институтында уҡытыу менән бергә алып бара.
1897 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай (темаһы — «Дифференциальные резольвенты алгебраических уравнений высших родов»)[4][5].
Лахтин үҙенең уҡытыусыһы һәм коллегаһы профессор Бугаев Николай Васильевич (1837—1903) менән дуҫ була, йыш ҡына уның өйөнә килә. Бугаевтың улы, яҙыусы Андрей Белый, һуңыраҡ Лахтин тураһында былай тип хәтерләй: "… тыйнаҡ, тынғыһыҙ, оялсан, мәңге ҡурҡып ҡына… әлбиттә, тышҡы ҡиәфәтендә йондоҙҙар етмәгән; әммә атаһы уның тураһында: «Талантлы математик!» — ти[6]
1903 йылда Лахтин Мәскәү университеты ректоры ярҙамсыһы, 1904 йылдың авгусынан — ректоры. Ул был вазифаға 4 йылға тәғәйенләнә, ләкин 1905 йылдың авгусында, революцион ваҡиғаларҙан һуң, «Халыҡ мәғарифы Министрлығының уҡыу йорттары менән идара итеү тураһында Ваҡытлыса ҡағиҙәләр» буйынса, университеттар үҙҙәренең ректорҙарын ирекле һайлау хоҡуғына эйә булыуҙы алалар. Лахтин ошоноң менән бәйле, отставкаға китергә мәжбүр була. Үҙ урынын һайланған профессор С. Н. Трубецкойға бирә. Был ваҡиғаларҙан һуң Лахтин Мәскәү университетының физика-математика факультетында уҡытыуын дауам итә. 1912-1918 йылдарҙа факультет деканы. 1910-1918 йылдарҙа — Мәскәү А. Шепапутин исемендәге 3-реаль училище директоры. 1914 йылда уға Атҡаҙанған профессор исеме бирелә[4].
1916 йылың майында профессор Д. Ф. Егоров менән бергә буласаҡ академик Н. Н. Лузиндың диссертацияһы буйынса рәсми оппоненты була, магистр дәрәжәһен үтеп, диссертантҡа таҙа математика докторы дәрәжәһен бирергә тәҡдим итә (был бик һирәк осраҡ була)[7].
Совет осоронда Лахтин уҡытыуын дауам итә, шулай уҡ Мәскәү университетының математика институтында статистиктар төркөмөн етәкләй.[4][8] «Введение в анализ», «Интегральное исчисление», «Теория вероятностей», «Дифференциальное исчисление», «Исчисление конечных разностей» курстарын уҡый[9][10] Л. В. Левшин, уның лекцияларын тыңлаусылар әйтеүенсә, ул бик яҡшы уҡытыусы булған, ул тыңлаусыларына иң ҡатмарлы проблемаларҙың асылын асыҡ һәм аңлайышлы итеп аңлата алған. СССР һәм Рәсәй физик, физика-математика фәндәре докторы В. Д. Зернов уның тураһында : « Л. К. Лахтин математиканы шундай итеп аңлата, өйҙә өҫтәмә теорияны укыу ҙа кәрәкмәй ине»[10].
Левшин Л. В.ЛАХТИН Леонид Кузьмич // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 376—377. — 894 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Саввина О. А., Колягин Ю. М. Математик Л. К. Лахтин и Московский университет: Житие, события, судьба. — М.: Изд-во ПСТГУ, 2012. — 248 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-7429-0716-9.