Николай Николаевич Лисовский 1932 йылдың 7 апрелендә Киев өлкәһенең Иванковский районы Хочева ауылында тыуған. 1955 йылда Львов Политехник институтының таусы инженер-геолог бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡортостанда башлай. 9-сы нефтеразведкала техник-геолог була.
1956 йылдан 10-сы нефтеразведкала өлкән геолог булып эшләй. Тап ошо осорҙа үҙенең тәүге асышын яһай. Ташлы-Һарытау нефть ятҡылығын аса.
Уны нефть һәм газ ятҡылыҡтарын иҫәпләү партияһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Унан «Башзападнефтеразведка» тресында геологик бүлектең етәксеһе итеп үрләтәләр. 1967 йылдан ошо трестың баш геологы вазифаһын биләй.
1972 йылдан Николай Николаевич «Башнефть» берекмәһендә баш геолог итеп тәғәйенләнә. Элекке нефть ятҡылыҡтарын рациональ файҙаланыу һәм яңы ятҡылыҡтарҙы тиҙләтеп ҡулланышҡа индереү һөҙөмтәһендә 10 йыл буйы нефть табыу күләмен 40 млн тонна кимәлендә тотоуға өлгәшәләр.
1980 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығында баш геологик идара етәксеһе итеп тәғәйенләнә. СССР Нефть сәнәғәте Министрлығы коллегияһы ағзаһы итеп һайлана.