Лихая станцияһы

Лихая — Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинск ҡалаһының Лиховская биҫтәһендә урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге үҙәк тимер юл станцияһы. 1987 йылға тиклем станция Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлына ҡарай.

Мәскәү — Дондағы Ростов ике юллы, үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған магистралдә урынлашҡан. Станциянан шулай уҡ Волгоградҡа электрлаштырылмаған ике юл һәм Извариноға һүтеп алынған бер юл китә.

Исеменең килеп сығышы

Урындағы риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, станцияны Лихая тип Император Екатерина II һүҙҙәре буйынса атағандар. 1787 йылда ул, Рәсәйгә ҡушылған көньяҡ ерҙәрҙе тикшереү маҡсатында, Тавридаға ярты йыллыҡ сәйәхәттән ҡайтып килгәндә, станцияның хәҙерге урынына яҡын урынлашҡан кешеһеҙ почта трактында йоҡлап сығырға туҡтала. Иртәгеһенә батшабикәнең һәм уның эйәрсендәренең бер нисә әйбере юғалғаны беленә. Йәне көйөп Екатерина II «Яман урын бында» («Лихое здесь место») тип әйтә. Икенсе версия буйынса, станция һәм элекке шул исемле ауыл урындағы юлбаҫарҙар атаманы Лихачев хөрмәтенә шулай атала[2].

Тарихы

Станцияһы 1871 йылда, 1869 йылда төҙөлә башлаған Воронеж-Ростов тимер юлы сафҡа ингәндән һуң, эшләй башлай.

XX быуат башында Лихая станцияһы, «Лихая—Царицын» тимер юлы үткәрелгәндән һуң, мөһим станция булып китә. Ул Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҙур емерелеүҙәргә дусар була. Хәҙерге вокзал бинаһы 1940-сы йылдар аҙағында — 1950 йылдар башында төҙөлә. Авиация генерал-майоры, өс һуғыш ветераны Василий Петрович Котров — ошо станцияла тыуып үҫкән.

19621972 йылдарҙа Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының Лиховская бүлексәһе начальнигы булып Семенков Иван Григорьевич — Почётлы тимер юлсы эшләй, Лиховская ҡасабаһындағы бер тыҡрыҡ уның исемен йөрөтә.

1990-сы йылдар аҙағында Лихая— Изварино участкаһы һүтелә.

2008 йылда, Лихая — Замчалово аралығында транспорт ағымы артыуы менән бәйле, өсөнсө юл асыла.

Һүрәтләнеш

Станцияла бөтәһе 3 платформа. Тимер юл вокзалына туранан-тура ун юл килеп тоташа. Юлдар барыһы ла 25 кВ үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған. Станцияла ҡайһы бер поездарҙың хәрәкәтле составының төҙөклөгө тикшерелә. Поездарҙың туҡталҡала тороу ваҡыты— уртаса 18 минут. Бында шулай уҡ Волгоград яғына барыусы поездың локомотивы алмаштырыла.

Станцияның технология үҙәгенә, территориаль принцип буйынса берләшкән, маневр эштәренең берҙәм технологияһы менән бәйле, 30 станция инә, улар йөк һәм пассажирҙар поездарын ҡабул итеү, оҙатыу, үткәреп ебәреү, пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү буйынса операциялар башҡара. Лихая үҙәгендә 119 инә торған юлдар бар[3]

Вокзал бинаһы

Вокзалға төп инеү урыны вокзалдың бер ҡатлы үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Вокзал эсендә кассалар залы, көтөү залы урынлашҡан.

Станция аша ҡала яны бәйләнеше

2015 йылдың сентябрь айы мәғлүмәттәре буйынса, станция буйынса түбәндәге ҡала яны поездары йөрөй:

Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар

2016 йылдың декабрь айына ҡарата, станция буйынса түбәндәге алыҫҡа йөрөүсе поездар үтә:

Йыл әйләнәһенә йөрөүсе поездар

Миҙгелле поездар бәйләнеше

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

  • 2006 йылдың декабрендә, Лихая локомотив Депоһы коллективы «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ сиктәрендә үткәрелгән ярышта еңгәне өсөн, 2006 йыл йомғаҡтары буйынса, иҫтәлекле билдә, Почёт дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ вице-президенты Владимир Воробьев бүләкләй.
  • 2009 йыл йомғаҡтары буйынса «Лихая» вокзалы, «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ идараһы ҡарары менән, иң яҡшыларҙың береһе тип таныла.

Ҡыҙыҡлы факттар

undefined
  • 2011 йылдың 27 июлендә, Лихая станцияһы локомотив депоһы ЭП1М № 678 электровозына Почётлы тимер юлсы Андрей Лесников исеме бирелә[4][5]
  • Лихая станцияһы «Запрещенные барабанщики» төркөмөнөң — «Мәскәү-Махачкала» йырында, йыр геройы «бер ни өсөн дә һәм бер ҡасан да килмәҫ» урын булараҡ, телгә алына («По ночам» альбомы, 2000 йыл).
  • Виктор Авдеевтың «Ленька Охнарь» романында, төп герой Дондағы Ростовтағы йортонан ҡасҡандан һуң килгән беренсе станция булараҡ телгә алына.

Һылтанмалар