Лоҡманов Ильвер Әнүәрбәк улы
Тыуған көнө | 11 апрель 1946 (78 йәш) |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Лоҡманов Ильвер Әнүәрбәк улы (рус. Лукманов Ильвер Ануарбекович) (11 апрель 1946 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лоҡманов Ильвер Әнүәрбәк улы 1946 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, К. Маркс исемендәге колхозда баш агроном булып башлай. Артабан Саҡмағош районы «Волга» колхозы рәйесе була. 1986 йылдан КПСС-тың Саҡмағош район комитетында ауыл хужалығы бүлеге мөдире була. 1987 йылдан Саҡмағош районының «Родина» крәҫтиәндәр ассоциацияһы советы рәйесе. [1]
Саҡмағош районы 271-се Саҡмағош һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104