Лыткин Михаил Иванович (22 ноябрь1919 йыл — 20 ғинуар2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог. Медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәте генерал-майоры, Хәрби-медицина академияһының почётлы докторы (1998).
1919 йылдың 22 ноябрендә Пермь губернаһы Григоров ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Мәктәптән һуң ҡыҙыл дипломға медицина техникумын һәм Пермь медицина институтын (хәҙер Пермь дәүләт медицина университеты) тамамлай, шунан һуң 1939 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә (хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы). 1943 йылда академияны тамамлағандан һуң факультет хирургия кафедраһы ҡарамағындағы адъюнктурала ҡалдыралар, уның етәксеһе профессор В. Н. Шамов була. 1944 йыл башында үҙ теләге буйынса Лыткин хәрәкәттәге армияға китә, төрлө хирургия вазифаларында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышынБерлинда 1-се Польша армияһының медицинаны көсәйтеүҙең айырым ротаһында хирургия төркөмө начальнигы вазифаһында тамамлай. һәм артабанғы өс йыл дауамында ординатор, һуңынан хирургия бүлегенең начальнигы һәм Округ хәрби госпиталенең баш хирургы була.
1948 йылда М. И. Лыткин Хәрби-медицина академияһының госпиталь хирургия кафедраһы эргәһендә адъюнктураһына тағы уҡырға инә, унда етәксеһе профессор С. С. Гирголав була. 1951 йылда ул адъюнктураны тамамлай һәм «Об изменениях мышечного тонуса и эвакуаторной функции резецированного желудка в послеоперационном периоде (клинико-экспериментальное исследование)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Һарытау медицина институтында яңы ойошторолған хәрби-ялан хирургияһы кафедраһында кесе уҡытыусы булып тәғәйенләнә. Бында Михаил Иванович уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, кафедра начальнигы (1956) вазифаларын үтә. 1960 йылда «Кожная пластика при первичной хирургической обработке ран и термических ожогов : (клинико-экспериментальное исследование)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[2]
«Почет билдәһе» ордены, Октябрь Революцияһы ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ҡаҙаныштың Алтын Тәреһе (Польша Халыҡ Республикаһы) һәм күп кенә миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «1941—1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», Г К. Жуков миҙалы һәм «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.[1]
СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1988), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1986), СССР Медицина фәндәре академияһының С. И. Спасокукоцкий исемендәге премия (1986).