Магнезит

магнетитом — менән бутамаҫҡа!

Магнези́т — йыш осрай торған минерал, магний карбонаты MgCO3.

Атамаһы тәүге тапҡыр табылған урыны — Магнесия (Фессалия, Греция) менән бәйле; боронғо замандан билдәле.

Шулай уҡ 1—10 % ҡушылмаларҙан торған MgO магний оксидынан торған утҡа сыҙамлы материал магнезит булып тора

Үҙенсәлектәре

Составы теоретик яғына яҡын. Ҡушымталарынан Fe иң ҙур әһәмиәткә эйә; Mn, Ca аҙыраҡ. Кристалдары һирәк осрай. Ғәҙәттә, хатта фарфор төрөнә тиклемге, төрлө бөртөклө тығыҙ минерал агрегатлы. Фарфорға оҡшаш магнезитта йыш ҡына аҡ аҡыҡ (опал) һәм магний силикаттары ҡушылмалары була. Ватылыусан. Ҡатылығы 4-4,5, фарфор төрөндәгеһендә 7-гә тиклем (нескә дисперслы аҡ аҡыҡ ҡушылмаһы иҫәбенә). Төҫө аҡ, һоро, һирәгерәк һарғылт.

Гидротермаль ятҡылыҡтарҙа йәки ультраһелтеле тау тоҡомдарының ашалыу продукты сифатында осрай.

Шыйығайтылған кислоталар менән магнезит ҡайнамайынса реакцияға инә, ошоноң менән үҙенә оҡшаш кальциттан айырылып тора. HCl менән реакция тик онтаҡ (порошок) формаһында, йылытҡанда ғына була.

Файҙаланылыуы

Магнезит утҡа сыҙамлы һәм бәйләүес материалдар етештереүҙә, химия сәнәғәтендә ҡулланыла. Утҡа сыҙамлы кирбес етештереүҙә ҡулланыла.

Шулай уҡ магний һәм уның тоҙҙары мәғдәне булып тора.

Һылтанмалар

Ҡалып:Карбонаты (минералы)