Мари-Луиз Колейро Прека
Биографияһы
Мари-Луиз Колейро Прека 1958 йылдың 7 декабрендә Мальта таж колонияһының Мальта утрауының үҙәгендәге Корми ҡалаһында тыуған. Мальта университетын тамамлай.
1982—1991 йылдарҙа партияның генераль сәркәтибе вазифаһын үтәй һәм Мальта паритияһын етәкләгән тәүге ҡатын-ҡыҙ була. Бынан тыш төрлө осорҙа социалистик йәштәр милли бюроһы ағзаһы, партияның ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге рәйесе (1996—2001) һәм «Il-Ħelsien» партия гәзитенең нәшриәтсеһе була.
1998 йылда Лейборист партияһынан Мальта парламентына депутат итеп һайлана. Альфред Сант партия етәксеһе вазифаһын ҡалдырғас, яңы лидерҙы һайлауҙарҙа уңышһыҙ ҡатнаша. 2013 йылдың мартында Джозеф Мускат хөкүмәте ағзаһы булып, ғаилә һәм социаль теләктәшлек министры вазифаһын биләй. 2014 йылдың мартында илдең премьер-министры уны Мальта президент вазифаһына тәҡдим итә һәм тиҙҙән ул был вазифала раҫлана[3]. Шул уҡ йылдың 4 апрелендә яңы президент үҙ вазифаһын үтәй башлай.
Факттар
- Мари-Луиз Колейро Прека, Агата Барбаранан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Мальтаның икенсе президенты була[4].
- Мари-Луиз Колейро Прека Мальтаның иң йәш президенты булып тора[2].
Бүләктәре
Мальта наградалары
| Дәүләт | Дата | Награда | Литерҙар | |
|---|---|---|---|---|
| 4 апрель 2014 | Хеҙмәттәре өсөн милли ордены почётының гроссмейстеры һәм компаньоны[5] | K.U.O.M. | ||
| 4 апрель 2014 | «Республика мәнфәғәтенә» ордены гроссмейстеры | |||
| Дәүләт | Тапшырыу датаһы | Награда | Литерҙар | |
|---|---|---|---|---|
| Ноябрь 2015 [6] | Изге Михаил һәм Георгий орденының Ҙур тәреһе почётная дамаһы | GCMG | ||
| 8 ноябрь 2016[7] | Таҫма менән «Стара-планина» ордены | |||
| 15 май 2017[8] | 1 дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены дамаһы | |||
| 7 сентябрь 2017[9] | «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының таҫмаһы менән биҙәкләнгән ҙур тәреһе дамаһы | |||
| 15 май 2018 | Дон Энрике инфантаһы орденының ҙур сылбыры дамаһы | GColIH | ||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Marie-Louise Coleiro Preca // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ 1 2 Новым президентом Мальты назначена Мари-Луиз Колейро Прека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2014. Архивировано из оригинала 7 апрель 2014 года. 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Мария Луиз Колейро Прека станет новым президентом Мальты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2014. Архивировано из оригинала 7 апрель 2014 года. 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Coleiro Preca to be named as President within days.
- ↑ В рамках полномочий президента Республики Мальта
- ↑ Honorary awards (инг.)
- ↑ Указ № 335 Обн. ДВ. бр. 88 от 8 ноември 2016 г.
- ↑ Указ Президента України № 130/2017 від 15 травня 2017 року «Про нагородження орденом князя Ярослава Мудрого» (укр.)
- ↑ Официальный сайт Президента Италии (итал.)