Марцун Мария Антоновна

Марцун Мария Антоновна (6 апрель 1894 йыл20 июль 1970 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, УССР-ҙың Житомир өлкәһе Дзержинский (Романов) районының «Украина» колхозында звено етәксеһе. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1953, 1958).

undefined

Биографияһы

Мария Антоновна Марцун 1894 йылдың 6 апрелендә (иҫке стиль буйынса 25 мартта) Булдычев ауылында (хәҙер Житомир өлкәһе Романов районы).

1934 йылдан 1959 йылға тиклем Житомир өлкәһе Дзержинский районының «Украина» колхозында звено башлығы булып эшләй. Шәкәр сөгөлдөрөнән юғары уңыш алыу менән билдәле. 1941 йылға тиклем Мария Марцун звеноһында уртаса уңыш (1 гектарҙан): шәкәр сөгөлдөрө — 500 центнерға тиклем, тары — 48 центнер, арпа — 33 центнер, картуф — 300 центнер тәшкил итә.

1960 йылдан хаҡлы ялда.

1949 йылдан КПСС ағзаһы. Украина Коммунистар партияһының XVII—XIX съездары делегаты.

1970 йылдың 20 июлендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы:
    • 03.11.1953 — шәкәр сөгөлдөрөнөң юғары уңышы өсөн,
    • 26.02.1958 — ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн.
  • 3 Ленин ордены, миҙалдар, ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең 4 ҙур алтын һәм 4 бронза миҙалы менән бүләкләнә.
  • «Украина» колхозының почётлы звено башлығы.

Хәтер

«М.А. Марцун исемендәге игенселәр музейы» бар. 1979 йылда ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Мария Марцун һәм уның дауам итеүселәрен мәңгеләштереү өсөн төҙөлгән. Музей ауыл уртаһындағы клуб эргәһендә урынлашҡан. Уға «халыҡ» исеме бирелгән. Музейҙа 4 экспозиция урынлаштырылған, унда 130-ға яҡын экспонат иҫәпләнә.[3]

Тыуған ерендә уның бронза бюсы ҡуйыла.[4]

Улы - Социалистик Хеҙмәт Геройы Марцун Дмитрий Дорофеевич.

Һылтанмалар

  • Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.