Мжаванадзе Василий Павлович

Васи́лий Па́влович Мжавана́дзе (груз. ვასილი მჟავანაძე) (7 (20) сентябрь 1902 йыл31 август 1988 йыл) — СССР партия (КПСС) эшмәкәре. 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы-Президиумы ағзалығына кандидат (1957—1972 йылдар). СССР-ҙың 4-8 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1962 йыл).

Биографияһы

Кутаиси ҡалаһында, ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. 1915 йылда Хони ҡалаһы предприятиеларында эшләй. Һуңғы эш урыны — урындағы күн заводында ябай эшсе (1918 йылда).

1924 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында. Шунда уҡ 1927 йылда ВКП(б) ағзаһы була. 1937 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһын (Ленинград хәрби-политехник академияһы) тамамлай.

1937 йылдан хәрби-сәйәси эштә була. 1939—1940 йылдарҙа армияның сәйәси бүлек начальнигы һәм армия штабы комиссары дәрәжәһендә Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Петразаводск йүнәлешендәге һуғышта ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән наградланған. 1940 йылдан Балтика буйы хәрби округының сәйәси идаралыҡ начальнигы, бригада комиссары.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, айырым ғәскәр берләшмәләре командиры сифатында армия сафы хәрби советтарының ағзаһы була. 19451953 йылдарҙа Харьков, Киев, Карпат буйы хәрби округтарының хәрби советтары ағзаһы булып иҫәпләнә.

Генерал-лейтенант (1944 йыл). 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Хрущевҡа ҡаршы йәшерен һүҙ ҡуйышыу яҡлы була[1]. Партияның XX, XXII—XXIV съездарында КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана (1956—1976 йылдарҙа). КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы Политбюроһы ағзаһына кандидат була (29.06.57—18.12.72).

1972 йылдың сентябрь айынан хаҡлы ялда. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәү янындағы Жуковка ҡасабаһында, Вячеслав Михайлович Молотовтың дачаһынан йыраҡ булмаған ерҙә йәшәй.

Ғәйепләүҙәр

Василий Мжаванадзе, корупция һәм цеховиктарҙың эшмәкәрлеген йәшереүҙә ғәйепләнеп, вазифаһынан бушатыла, һәм уның урынын Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе ала. Ғәйепләүҙәрҙең бер өлөшө дөрөҫ түгел тигән фаразлау ҙа бар[2]. И.В. Сталиндың йорт-музейын булдырыу яғында була [3].

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар