Милуоки
Географияһы
Милуоки Мичиган күленең көнбайыш ярында, Меномони, Кинникиник һәм Милуоки йылғаларының ҡушылған урынында урынлашҡан.
Тарихы
Мичигандың көнбайыш яры буйҙарында фокс, маскутен, потаватоми һ.б. индеец ҡәбиләләре йәшәгән. XVII быуатта был яҡтарға француз миссионерҙары килә башлай. Индеецтарҙың бер телендә Милуоки «яҡшы ерҙәр, һыу йыйыу урыны» тигәнде аңлата.
Беренсе аҡ тәнле кеше, 1795 йылда хәҙерге Милуоки территорияһында сауҙаға нигеҙ һалыусы, Канаданан француз Жак Вио була. XIX быуат урталарында ҡалаға беренсе нигеҙ һалыусыларҙың береһе Вионың кейүе Лоран Соломон Жюно була.
1840 йылдарҙа ауыл ныҡ ҙурая, уға ҡала статусы бирергә ҡарар ителә. Ҡала булыуының рәсми датаһы 1846 йыл 31 ғинуар һанала.
1912 йылда был ҡалаға АҠШ-тың 26-сы президенты Теодор Рузвельт килә, һәм бында тап 14 октябрҙә Джон Шрэнк уның ғүмеренә ҡул һуҙа.
Иҡтисады
- Ҡалала мотоциклдар сығарыусы Harley-Davidson фирмаһының штаб-фатиры урынлашҡан.
- 1948 йылда эре халыҡ-ара Manpower рекрутинг компанияһына нигеҙ һалына.
Иҫтәлекле урындары
- Музейҙары
- Милуоки художество музейы— ҙур һынлы сәнғәт музейы, коллекцияларында (25 меңдән ашыу әҫәр) элекке оҫталарҙың да, хәҙерге заман америка сәнғәтенең дә әҫәрҙәре бар. Музей бинаһы һәм Квадрачча павильоны — архитектура ҡомартҡылары
- Милуоки йәмәғәт музейы
- Һыра һәм һыра ҡайнатыу музейы — энтузиастар төркөмө ойошторған музей.
- Башҡа иҫтәлекле урындары
- Хоан[en] күпере 3058 метр оҙонлоҡта Милуоки йылға аша [[|Милуоки]][en]. 1972 йылда төҙөлгән, тик 1977 йылда ғына асылған. 2000—2001 йылдарҙа етди зыян күреү менән бәйле файҙаланылмаған[8] — етешһеҙлектәрен бөтөрөү 16 миллион долларға төшә[9]. Күперҙе йүнәтеүҙә һәм асыуҙа волокиталыҡ, шулай уҡ күп аҡса сарыф ителеүе менән бәйле «күпер бер ергә лә түгел» тигән ҡушамат ала.
Дине
- Изге Троица лютеран сиркәүе
- Изге Иоанн лютеран сиркәүе
- Изге Стефан лютеран сиркәүе
Спорты
Милуокила өс профессиональ команда бар: «Милуоки Бакс» (ингл. Bucks Milwaukee) — профессиональ баскетбол командаһы, Милли баскетбол ассоциацияһы ағзаһы. «Милуоки Брюэрс» командаһы (ингл. Brewers Milwaukee) Баш бейсбол лигаһының ағзаһы булып тора. «Милуоки Эдмиралс» - АХЛ-да сығыш яһаусы хоккей клубы.
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://city.milwaukee.gov/mayor
- ↑ https://city.milwaukee.gov/mayor/About
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ 1 2 United States Census 2010
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Retrofit and a Bridge Summary Failure Hoan Investigation (инг.) сайтта lce.us көндө төп сығанаҡтан архивланған 11 март 2003
- ↑ Ларри Сэндлер. Bridge wake Hoan was failure-up here call 2016 йылдың 14 май көнөндә архивланған. (инг.) сайты jsonline.com, 3 август 2007
- ↑
- ↑ Meeting of Sister Cities Commity on 12/14/2011 at 1:30 PM (ингл.). City of Milwaukee. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2013. Архивировано 17 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
- milwaukee.gov — Милуоки рәсми сайты (инг.)
- RusWi.com — Русскоязычный Милуоки