Мираҫ (галерея)
«Мираҫ» Нефтекама картиналар галереяһы — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының филиалы булған картиналар галереяһы. Галерея башҡорт, рус классик һәм совет сәнғәтенең заманса экспозициялары менән билдәле[1][2].
Тарихы
«Мираҫ» Нефтекама картиналар галереяһына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының 1994 йылдың 21 июнендәге 203-сө бойороғо буйынса 1994 йылдың 1 июлендә нигеҙ һалына. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының филиалы статусындағы галерея 1994 йылдың 26 октябрендә асыла.
Коллекцияһы
Эшмәкәрлеге
Даими күргәҙмәләрҙән тыш, галерея экскурсиялар, лекциялар, ижади осрашыуҙар, шулай уҡ музыкаль һәм шиғри кисәләр ойоштора. Мәғлүмәти-пропаганда характерындағы мәҡәләләрҙе баҫтырыу киң аудиторияны төбәктең мәҙәни ваҡиғалары һәм ижади башланғыстары менән таныштырыу мөмкинлеген бирә[2].
Етәкселеге
Филиал мөдире — Ирина Владимировна Чиркова.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Нефтекамская картинная галерея "МИРАС". Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2025.
- ↑ 1 2 3 Обособленное подразделение Нефтекамская картинная галерея "МИРАС". Госкаталог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2025.