Academia (галерея)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Academia
Нигеҙләнеү йылы: 1999
Урынлашҡан урыны: Өфө Өфө, Чернышевский урамы, 145
Йүнәлеше: халыҡ һәм заман сәнғәте

Academia — Өфө дәүләт нефть техник университетының Бизнес экосистемаһы һәм креатив индустриялар институты галереяһы (элек — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты)[1][2].

Ижади осрашыуҙар һәм тематик уҡыу дәрестәре үткәрә. Мәскәүҙең «Һынлы сәнғәттең яңы император академияһы», Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар берлеге һәм «Һәләтле балалар» коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды менән хеҙмәттәшлек итә[1].

Экспозициялары һәм коллекциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галереяла рәссамдар Р. Х. Әхмәтвәлиев[3], Р. Р. Ҡадиров[4], З. Г. Шәйхлисламов[5], Э. М. Сәйетова[6], М. Н. Гульченко[7], С. Н. Сәйетова[8], С. Н. Игнатенко һәм В. К. Николаевтың, шулай уҡ[9] — В. М. Ханнанов, Н. Г. Байбурин, Р. З. Харисов, А. Ф. Лотфуллин һәм Н. С. Латфуллиндың эштәре һаҡлана.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Хәрби һәм хеҙмәт даны музейының даими экспозицияһы эшләй[1].

1999 йылда Өфө ҡалаһында Өфө сервис технологик институтының сәнғәт галереяһы булараҡ, Йәнбухтина Алмира Ғәйнулла ҡыҙы ҡатнашлығында йәш белгестәрҙең ижади инициативаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола[1][10].

2005 йылда галереяға «Оҙайлы мөҙҙәтле һаҡланмалар фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллекцияһы (1995 йылға тиклем — «Восток» банкыһының «Восток» галереяһы коллекцияһы) бушлай тапшырыла[9][1].

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты тарҡатылып, Өфө дәүләт нефть техник университетына ҡушылғандан һуң, 2015 йылдан — Бизнес экосистемалары һәм креатив индустриялар институтының Дизайн һәм сәнғәт белеме кафедраһы галереяһы.

Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2007 йыл — Йәнбухтина Альмира Ғәйнулла ҡыҙының «Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век» монографияһының күргәҙмә-исем туйы һәм Башҡортостандың традицион һәм һөнәри ҡулланма сәнғәте әйберҙәре экспозицияһы[11]
  • 2010 йыл — М. Д. Кузнецовтың шәхси күргәҙмәһе[12]
  • 2011 йыл — Л. В. Шапошникованың Николай Рерихтың Үҙәк-Азия экспедицияһына арналған «Оҫта маршруты буйлап» фотокүргәҙмәһе[13].
  1. 1 2 3 4 5 С. В. Игнатенко. Галереи художественные // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Художественные галереи // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Ахметвалиев Расих Хасипович // Башкирская энциклопедия / гл. ред. М. А. Илһамов.— Уфа: Башкирская энциклопедия", 2005.
  4. Э. В. Хасанова. Кадыров Рафаэль Рашитович // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Л. В. Бондаренко. Шайхлисламов Зайнулла Гумерович // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Саитов Эрнст Миниахметович // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. С. В. Игнатенко. Гульченко Моисей Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Саитов Сахи Нигматович // Башкирская энциклопедия / гл. ред. М. А. Ильгамов.— Уфа: Башкирская энциклопедия", 2005.
  9. 1 2 Выставка картин из коллекции УГНТУ рассказывает об эволюции известных башкирских художников. mgazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2022.
  10. А. Е. Григорьева. Янбухтина Альмира Гайнулловна // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  11. А. Е. Григорьева, Л. И. Кудоярова. Художественные выставки // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. Навозова А. Е. К страницам истории художественных выставок в Башкортостане (XX — начало XXI вв.) // Проблемы развития регионального искусствознания (Урало-Поволжье): сборник научных статей Первой заочной региональной научной конференции, посвященной 40-летию УГАЭС, 16 мая 2011 г / Альмира Гайнулловна Янбухтина, Уфимская государственная академия экономики и сервиса. — Уфа: УГАЭС, 2011. — 216 с. — ISBN 978-5-88469-432-3.
  13. В выставочном зале «Academia» УГАЭС открыта фотовыставка «По маршруту Мастера». www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2022.