Ханнанов Вәсил Мирғәзийән улы

Ханнанов Вәсил Мирғәзийән улы (26 сентябрь 1956 йыл — 24 февраль 2024 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы һәм «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе ағзаһы, 1992 йылдан — берекмә етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2023) рәссамы.

Биографияһы

Вәсил Мирғәзийән улы Ханнанов 1956 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. 1990 йылдан — «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы[1], 1992 йылдан — берекмә рәйесе. 1980 йылдан алып республика, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 2008 йылда Вәсил Мирғәзийән улы Рәссамдар союзының Мәскәү бүлексәһе ағзаһы була.

Өфөлә йәшәй, Башҡортостан Республикаһының Наил Латфуллин исемендәге Заманса сәнғәт музейы директоры.

Рәссам 2024 йылдың 24 февралендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Өфө ҡалаһында вафат булды[2]. Ул Көньяҡ зыяраттың Дан Аллеяһында ерләнде[3][4].

Эштәре

Вәсил Ханнанов күп йылдар һынлы сәнғәт, графика (акварель, офорт, туҡымаға баҫыу), ассамбляж өлкәһендә әүҙем эшләй, киң стилле диапазон (реализмдан алып супрематизмға тиклем) эйәреүсеһе. Эшен тәүҙә реалист булараҡ башлай. Үҙен һәләтле рәссам итеп ағаста биҙәү, текстиль аппликация, инсталляциялар һәм башҡа күп нәмәләрҙә күрһәтте. Ул Башҡортостанда тәүге перфоманстар ойоштороусыларҙың береһе булды. Уның ижади ысулы нигеҙендә замандың призмаһы аша мәңгелек темаларҙы фәлсәфәүи һынландырыу ята. Рәссам традицион мосолман һәм дөйөм төрки мәҙәниәте интерпретаторы булып тора, даими рәүештә хәҙерге тамашасыға уларҙың байлығын һәм үҙенсәлеген еткереү юлдарын эҙләй. Тамашасыны берҙәм Алланың булыу идеяһына килтереп, бер нисә эшендә христиан һәм ислам араһындағы бәйләнештәрҙе таба һәм асыҡ күрһәтә[5]. Ул «Аль-Масад» (1995), триптих «Тафсир» (1989-95), «Раскрытие» (1997-98) һәм башҡа картиналар авторы. Шулай уҡ ул классик сюжеттарға нигеҙләнгән символик сериялар («Рождение мифа», «Женские мифы») һәм «Сфера интимного», «Невообразимое», «Инфанты», «В. Х., Гоген и не только», «Ню-псе», «Бабушкин коран», «Сияние лун», «Тайны любви», «Кочующие свитки Хабар», «Волшебный фонарь» тигән художестволы проекттарҙың булдырыусы булараҡ киң билдәлелек яулай. Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Мәскәүҙә заманса сәнғәт музейы, Өфө, Новосибирск, Ҡазан, Южно-Сахалинск, Силәбе, Краснодар, Феодосия, Джерси-Сити (АҠШ) һәм сит илдәрҙә, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре

Вәсил Мирғәзйән улы — «Сыңғыҙхан» төркөмө составында республика, зона, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2017).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2023).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
  • «Туран» Халыҡ-ара фонды премияһы лауреаты (Ҡазан, 1994).

Хәтер

  • 2024 йылдың 28 июнендә Өфөлә Вәсил Ханнанов иҫтәлегенә арналған «Мы вместе» тип аталған беренсе эко-мәҙәниәт һәм ижад инклюзив фестивале асыла[6].
  • Рәссам иҫтәлегенә арналған күргәҙмә 2024 йылдың мартында уның тыуған ҡалаһы Октябрьскийҙа ла асыла[7].
  • 2024 йылдың 2 мартында Өфөләге Наил Латфуллин исемендәге Хәҙерге заман сәнғәте музейында рәссамдың вафатынан һуң уның беренсе күргәҙмәһе асылды, ул 16 мартҡа тиклем эшләйәсәк[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Чингисхану — 20 лет (Эмма Соловкова) / Проза.ру — национальный сервер современной прозы
  2. В Уфе на 68-м году жизни скончался художник Василь Ханнанов. ИА «Башинформ», 24 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2024)
  3. Народный художник Башкирии Василь Ханнанов будет похоронен в Уфе в Аллее Славы. ИА «Башинформ», 24 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2024)
  4. В Уфе простились с заслуженным художником России Василем Ханнановым. ИА «Башинформ», 25 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2024)
  5. Ханнанов Василь Миргазиянович
  6. В Уфе откроется фестиваль памяти народного художника Василя Ханнанова. ИА «Башинформ», 25 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
  7. В Башкирии на малой родине Василя Ханнанова пройдет выставка его памяти. ИА «Башинформ», 6 марта 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2024)
  8. В Уфе открылась первая посмертная выставка Василя Ханнанова. ИА «Башинформ», 5 марта 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2024)