Монтелимар

Монтелимар(франц. Montélimar, окс. Montelaimar) — Франциялағы ҡала һәм коммуна.

Географияһы

Монтелимар ҡалаһы илдең көньяҡ-көнсығышында, Рона-Альп төбәгенең Дром департаментында, Прованстың төньяҡ сигендә, урынлашҡан. Ул Ньон округы составына инә һәм 2-кантондан — Монтелимар-1 һәм Монтелимар-2 кантондарынан тора. Ул Рона йылғаһының үҙәнендәге Валанс һәм Оранж ҡалалары араһында ята. Ҡаланың көнбайышында Рона йылғаһы менән тоташҡан Монтелимар каналында суднолар йөрөй. Каналға ҡала аша ағыусы Робион йылғаһы ҡоя.

Тарих

Монтелимар XII быуатта Адемар аҡһөйәктәре төҙөгән замок тирәһендә барлыҡҡа килә. Был һарай, ҡаланың тарихи үҙәге булараҡ, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Монтелимарҙа Францияның президенты Эмиль Лубе тыуған (уның президентлыҡ йылдары — 1899—1906 йылдар).

Ҡыҙыҡлы факттар

Ҡала XVI быуаттан алып унда сығарылған «Монтелимар-нугаһы» менән билдәле.

Ҡала-партнерҙар

Иҫкәрмәләр

  1. Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  2. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  3. 1 2 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  4. 1 2 COMMUNE DE MONTELIMAR // Système national d'identification et du répertoire des entreprises et de leurs établissements (фр.)
  5. 1 2 Code officiel géographique — 2017.
  6. Populations légales 2019Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2022.
  7. Sandre
  8. Code officiel géographique

Әҙәбиәт

  • Stéphane Baumont (изд.): Histoire de Montélimar. Ed. Privat, 1992 Toulouse, ISBN 2-7089-8295-8

Һылтанмалар

Категориялар