Манагуа
Манагуа (исп. Managua) — Никарагуаның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы; шул уҡ исемдәге департаменттың административ үҙәге. Халҡы 1,850 млн (2015 йыл).
Географияһы
Илдең көнбайышында, Манагуа күленең көньяҡ яр буйында урынлашҡан ҡала.
Тарихы
XVI быуаттан билдәле булған индеецтарҙың торағы урынында испандар тарафынан Манагуа ҡалаһына нигеҙ һалынған. 1855 йылда Манагуа Никарагуа дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә. Ҡала үҙенең тарихы дауамында бер нисә тапҡыр стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күрә: 1876 йылда көслө ташҡын була; 1885, 1931 һәм 1972 йылдарҙа емергес ер тетрәүҙәре була, ә 1936 йылда көслө янғындар була.
1979 йылда был ҡалала диктатор А. Сомоса ғәскәрҙәре һәм Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары араһында ҡаты һуғыш (герилья) барған. 1979 йылдың 4 июнендә Манагуала дөйөм милли забастовка башланған, ә 9 июндә ҡораллы ихтилал тоҡанған. Ихтилалдың 19-сы көнөнә ҡарай Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары һәм баш күтәреүселәре (бөтәһе 6 мең кеше) баш ҡаланан сигенә башлай. Ҡасаҡтарҙа улар менән китә. 14 июлдә Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары йәнәй Манагуаға һөжүмгә күсә. Ҡалала баррикадалар төҙөлә башлана. Президент А. Сомоса илдән ҡасырға әҙерләнә һәм 17 июлдә Никарагуа конгрессы алдында үҙ вазифаһынан баш тарта һәм АҠШ-ҡа китә. 1979 йылдың 19 июлендә илдең баш ҡалаһына тантаналы рәүештә Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары инә.
2009 йылдың 1 июлендә элекке боксёр, Манагуа ҡалаһының мэры Алексис Аргуэльо, үҙенең резиденцияһында үле табыла. Вафат булыу сәбәбен полиция тикшерә[4]. Алексис Аргуэльо үлгәс, шул уҡ йылдың 8 июленән Дэйзи Торрес мэры вазифаһына инеүгә антты ҡабул итә[5].
2014 йылдың 6 сентябрендә урындағы ваҡыт буйынса 23:04 (Өфө ваҡыты буйынса 7 сентябрендә 11:04) Манагуа аэропорты тирәһендә метеорит ҡолай, ул 12 метр диаметрҙағы һәм 5,5 метр тәрәнлегендәге кратер ҡалдыра.
Иҡтисады
Ҡала илдең финанс һәм сәнәғәт үҙәге булып тора. Манагуала туҡыма, күн-аяҡ кейеме, цемент, нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан[6].
Иҫтәлекле урындар
Туғанлашҡан ҡалалар
Амман, Иордания
Амстердам, Нидерланд
Богота, Колумбия
Каракас, Венесуэла
Куритиба, Бразилия
Гватемала, Гватемала
Мэдисон, АҠШ
Мадрид, Испания[7]
Манчестер, Бөйөк Британия
Майами, АҠШ
Монтелимар, Франция
Ла-Пас, Боливия
Панама, Панама
Кито, Эквадор
Ранс, Франция
Рио-де-Жанейро, Бразилия
Сан-Хосе, Коста-Рика
Сан-Педро-Сула, Гондурас
Сан-Сальвадор, Сальвадор
Сантьяго, Чили
Тайбэй, Ҡытай Республикаһы
Валенсия, Испания
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ 2005 census of Nicaragua
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Hallan muerto a Alexis Argüello 2010 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған. (исп.)(исп.)
- ↑ Daysi Torres asume Alcaldía de Managua 2009 йылдың 10 июль көнөндә архивланған. (исп.)(исп.)
- ↑ Манагуа / Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
- ↑ Madrid city council webpage Mapa Mundi de las ciudades hermanadas. Ayuntamiento de Madrid. Архивировано 26 май 2012 года.
Һылтанмалар
- Фоторепортаж 2015 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- Map of Managua city 2012 йылдың 13 август көнөндә архивланған.
- Managua photos, attractions, municipalities, hotels, etc.