Мордасова Мария Николаевна

Мордасова Мария Николаевна (1915 йыл1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, рус халыҡ йырҙарын һәм таҡмаҡтарын башҡарыусы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1981 йыл). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987 йыл).

Биографияһы

Мария Николаевна Мордасова Түбәнге Мазовка ауылында 1915 йылдың 1 (14) февралендә (хәҙер — Тамбов өлкәһе Тамбов районының Черняное ауылы) күп балалы крәҫтиән Яркиндар ғаиләһендә тыуған.

Мәктәп хорында, аҙаҡ ауыл клубында йырлай. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ, һауынсы булып эшләп китә, ә мәктәпте тамамлағандан һуң «звеньевая» була. 1938 йылдарҙа Тамбовта художестволы үҙешмәкәр смотрҙарында ҡатнаша. Воронежға күсеп килгәс, тегеү фабрикаһында эшләй.

Курск музыка училищеһын тамамлай (хәҙер Г.В. Свиридов исемендәге музыкаль колледж)[1].

1943 —1972 йылдарҙа — Воронеж рус халыҡ хоры, һуңынан — Воронеж өлкә филармонияһы солисы. Үҙенсәлекле башҡарыусы, бик күп йырҙар, таҡмаҡтар йыйыусы һәм авторы (300-ҙән ашыу). Хорҙың таҡмаҡ төркөмө менән етәкселек итә[2].

СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөй

1997 йылдың 25 сентябрендә вафат була. Воронеждың Коминтерновский зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе

  • Ире (1945 йылдан) — Руденко Иван Михайлович (1920-1997), баянсы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған артисы (1958).

Хәтер һәм исемдәре

Фильмографияһы

  • 1951 — Ҙур концерт — таҡмаҡтар башҡарыу
  • 1953 — Тыуған яҡ йырҙары — таҡмаҡтар башҡарыу
  • 1977 — Мария Мордасова — төп роль
  • 1986 — Йырсы Рәсәй

Хәтер

  • Воронежда йырсы йәшәгән йортта (Ленин майҙаны, 9), мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • Уның исемен Павловка музыка училищеһы йөрөтә, шунда уҡ исемле стипендия булдырыла.
  • 2005 йылдың 24 майында Воронеж ҡалаһында «М.Н. Мордасованың музей-фатиры» асыла.
  • Йырсы исемен Воронеждың Коминтерн районындағы һәм Тамбовтың Октябрь районындағы урам йөрөтә
  • 1985 йылдан Тамбов өлкәһендә М.Н. Мордасова исемендәге таҡмаҡсылар конкурсы үткәрелә[4].
  • Йырсының исемен Тамбов өлкәһенең Черняновский халыҡ хоры йөрөтә
  • 2006 йылда Тамбов өлкәһенең М.Мордасова исемендәге Премияһы булдырыла[5]
  • 2008 йылда йырсы тураһында «До свидания, Ванечка!» документаль фильмы төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр

  1. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2018. Архивировано 23 май 2018 года. 2018 йылдың 23 май көнөндә архивланған.
  2. МОРДАСОВА в энциклопедии музыки
  3. Мордасова в энциклопедии музыки
  4. Тамбовская энциклопедия // Тамбов. — 2004. — С. 344.
  5. Определен лауреат премии Тамбовской области имени Марии Мордасовой - Администрация Тамбовской области 2018 йылдың 22 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар