Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Тыуған көнө 8 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (82 йәш)
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Тыуған урыны

Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (8 март 1943 йыл) — «Салаватстрой» тресы төҙөүсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).

Йәүҙәт Йыһанур улы Мәзитов[1] 1943 йылдың 8 мартында[2] Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Үрнәк ауылында тыуа. 17 йәшенән Саҡмағош райпотребсоюзы складында йөк ташыусы, Башпотребсоюздың 10-сы төҙөлөш участкаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып эшләй. 1961 йылда 18 йәшендә комсомол юлламаһы буйынса Салауат ҡалаһына китә һәм унда «Салаватстрой» тресының 1-се төҙөлөш участкаһында төрлө эштәрҙә эшләй.

1965 йылдан — трестың ташсылары бригадиры. Башҡортостан райондарында һәм Салауат ҡалаһында торлаҡ йорттар һәм сәнәғәт объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Салауат ҡалаһындағы Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 11-се кирбес йорттағы биҙәктәр авторы.

Башҡорт АССР-ының [[Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|ун беренсе саҡырылыш]] Юғары Советы депутаты.

1989 — 1998 йылдарҙа — «Салаватстрой» тресының 1-се төҙөлөш идаралығы мастеры. Пенсияға сыҡҡандан һуң Салауат ҡалаһында йәшәй.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны — Фәриҙә Миңләхмәт ҡыҙы, ике балалары, Тимур ейәндәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985),
  • ике Ленин ордены (1981, 1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • СССР-ҙың Промстройматериалдар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитетының, Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының Почёт грамотаһы.