Мәскәйле (һырт)

Мәскәйле (рус. Москаль) — Урал тауҙары системаһының һырты, Силәбе өлкәһендә урынлашҡан.

Тасуирлама

undefined

Һырт "«Йөрәккүл» милли паркының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Геология йәһәтенән ҡарағанда — был бейек тау зонаһына етәрәк үҙәк, һырт-арҡа бүлемдәренең бер өлөшө. Көньяҡ Уралдың бик күп тауҙары кеүек, Мәскәйле һырты ла көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа тиклем һуҙыла. Тау теҙмәһенә, Мәскәйле һыртынан башҡа, көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Оло Суҡы һырты тармаҡтары һәм төньяҡ-көнсығыш дауамы булып Йөрәккүл менән Магнит һырттары һуҙылып китә. Был 50 км һырттар сылбыры тектоник яҡтан бер антиклинорий тәшкил итә.[3].

Һырт төньяҡ өлөшөндә Кесе Мәскәйле тип атала һәм Йөрәккүл күленә барып терәлә. Һырт биләне тәңгәленән Кесе Ҡыл йылғаһы Йөрәккүлгә барып ҡойған урындан йыраҡ түгел Оло һәм Кесегә бүленә. Түбәһенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1000 метрҙан ашыуыраҡ Оло Ҡалағаҙа менән исемһеҙ бер бейеклек тә Оло Мәскәйлегә ҡарай. Кесе Мәскәйле 861 метр бейеклеккә етә. Ул үҙенән бейегерәк күрше Нөргөш һәм Йөрәккүл һырттары янында күҙгә ташланып бармай[4].

Мәскәйле һырты аҫтында титан-магнетит ятҡылығы табылған. Әммә бөгөнгө көндә парк биләмәһе статусын һаҡлау маҡсатында уларҙы эшкәртеү тыйыла. ХХ быуат уртаһында Мәскәйле биләмәһендә геология йәһәтенән уға бәйле палеовулкан асылған. Был урында, 1 км² саҡ ҡына ҙурыраҡ территорияла, 70-тән ашыу минералдар табылған. Сағыштырыу өсөн — бөтә Илмән минералдар ҡурсаулығында яҡынса 230—270 төр минералдар табылған[5].

Этимологияһы

XIX быуат сығанаҡтарында һырт Маткаль, һуңғараҡ — Машкаль йәки Москаль булараҡ билдәләнә, ихтимал, урыҫтарҙың москаль ҡушаматы йоғонтоһо аҫтында (башҡортса — мәскәүле) шулай ҡабул ителә башлағандыр. Шулай ҙа, урындағы халыҡ уны Маскаль тип атап йөрөтә .

Төбәкте өйрәнеүсе В. Н. Чернецов фекеренсә , XVIII быуатта башҡорттар Москаль тау һырттарындағы ағас эйәләренә табынған, шуға был оронимды башҡортсанан «Ведьмина гора» «Мәскәй тауы» тип тәржемә итергә мөмкин. Был версия файҙаһына Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы башҡорт оронимы Мәскәй булыуы ла дәлил — был ундағы бер тауҙың исеме[6].

Иҫкәрмә

  1. Кирин Ф. Я. Рельеф Челябинской области. // kraeved74.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 8 июль 2013 года. 2013 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
  2. Лист карты N-40-47 Плотинка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1990 г.
  3. Кирин Ф. Я. Рельеф Челябинской области. // kraeved74.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2012. Архивировано 8 июль 2013 года. 2013 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
  4. Хребты Большой и Малый Москаль. // yuzhnyj-ural.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2012. Архивировано 8 сентябрь 2012 года.
  5. В. Афанасьев. Заглянем в недра. Геологические экскурсии. // kraeved74.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2012. Архивировано 8 апрель 2014 года. 2014 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
  6. Хребты Большой и Малый Москаль//Весь Южный Урал

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.