Мөжәүиров Франц Хәбир улы
Мөжәүиров Франц Хәбир улы (20 ноябрь 1943 йыл — 13 ғинуар 2024 йыл) — педагог, хужалыҡ эшмәкәре. Әлкә урта мәктәбе директоры (1973—2000). Салауат районы мәғариф бүлеге начальнигы (2000—2001). Кропачево ҡала тибындағы ҡасабаның 1-се мәктәбе директоры (2001—2005, Силәбе өлкәһе). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2003). Рәсәй Федерацияһының «Почет ордены» кавалеры (2007).
Биографияһы
Франц Хәбир улы Мөжәүиров 1943 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Әлкә ауылында тыуа. Әлкә ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Силәбе өлкәһенең Кропачево эшселәр ҡасабаһында 26-сы политехник мәктәптә уҡый (1962).
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1962 йылда Әлкә 8 йылылҡ мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлай. 1967 йылдан — Яҙғыйорт 8 йыллыҡ мәктәбенең математика, физика уҡытыусыһы һәм директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1969 йылда Әлкә урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы була, 1971 йылдан — директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары, 1974 йылдан директор вазифаһына тәғәйенләнә[1]. Шул уҡ йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай.
2000 йылда Салауат районының мәғариф бүлеге мөдире булып эшләй. Рәсәй Федерацияһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша (2000).
2001—2005 йылдарҙа Кропачево ҡала тибындағы ҡасабаның 1-се мәктәбе директоры була[2].
2024 йылдың 13 ғинуарында Әлкә ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2003)
- Рәсәй Федерацияһының Почет ордены (1997)[3]
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (1982)
- БАССР һәм Башҡортостан Республикаһ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (8 тапҡыр)
- РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (5 тапҡыр).
Хәтер
- 2024 йылдың 2 сентябренән Әлкә урта мәктәбе Франц Мөжәүиров исемен йөрөтә[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История школы села Алькино
- ↑ Творчество, талант и вдохновение
- ↑ Указ Президента РФ от 14.06.1997 N 603 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ О ходатайстве присвоения имени Франса Мужавирова муниципальному общеобразовательному бюджетному учреждению средняя общеобразовательная школа села Алькино муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 427. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.