Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы
Мәжит Әхмәт улы Нартайлаҡов (рус. Нартайлаков Мажит Ахметович; 1960 йылдың 3 феврале, Ғәбдрәфиҡ, Ырымбур өлкәһе) — хирург, ғалим һәм клиницист, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), Башҡортостан Республикаһының (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2008).
Тормош юлы
1960 йылдың 3 февралендә Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Тайнаш урта мәктәбен тамамлаған. 1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын, шунда уҡ хирургия буйынса клиник ординатураны (1983—1985) тамамлаған. Өфө ҡалаһының 6-сы ҡала клиник дауаханаһының (хәҙер — БДМУ клиникаһы) хирургы һәм ҡабул итеү бүлеге мөдире (1985—1987).
1987 йылдан БДМИ-ла (хәҙер — БДМУ) дөйөм хирургия кафедраһында: 1987 йылдан — ассистент, 1991 йылдан — доцент, 1996 йылдан — профессор, 1997 йылдан — мөдир; шул уҡ ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы; 2011—2015 йылдарҙа — БДМУ-ның дауалау эше буйынса проректоры. Республика хирургик гепатология үҙәге етәксеһе (1995 йылдан), Яңы медицина технологиялары ғилми-тикшеренеү институты директоры (2015 йылдан).
Кандидатлыҡ (Ҡазан, 1989) һәм докторлыҡ (Мәскәү, 1995) диссертацияларын яҡлаған.
Фәнни эшмәкәрлеге
Төп фәнни йүнәлештәре: хирургик гепатология, абдоминаль хирургия, хирургик инфекциялар, трансплантология.
600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 13 монография, 28 уйлап табыу патенты авторы. 8 фән докторы һәм 47 фән кандидаты әҙерләгән[1].
Иң билдәле хеҙмәттәре
- Эхинококкоз печени / Нартайлаков М. А., Плечев В. В., Мушарапов Д. Р., Лукманова Г. И. — Уфа: НПО Башбиомед, 2006. — 104 с.
- Хирургия печени и желчных путей / под ред. М. А. Нартайлакова. — Ростов н/Д.: Феникс, 2007. — 400 с.
- Биоплант в хирургии / Мингазов Г. Г., Нартайлаков М. А., Нигматуллин Р. А. — Уфа: РА Информреклама, 2008. — 528 с.
- Общая хирургия / под ред. М. А. Нартайлакова. — Ростов н/Д.: Феникс, 2006. — 256 с.
- Беременность и острый аппендицит: Учебное пособие / Кулавский В. А., Нартайлаков М. А., Кулавский Е. В. — Уфа: БГМУ, 2011. — 103 с.
- Игла В. Н. Павлова — М. А. Нартайлакова для наложения швов на паренхиматозных органах. Патент РФ на полезную модель № 136321 от 10.01.2014 / Павлов В. Н., Нартайлаков М. А., Зинатуллин Р. М., Гизатуллин Т. Р., Катаев В. А.
- Способ временного наружного шунтирования для внутрикишечного отведения желчи из печени при ятрогенных повреждениях желчных протоков. Патент РФ на изобретение № 2580753 от 17.03.2016 / Пантелеев В. С., Нартайлаков М. А., Абдеев Р. Р.
- Руководство по хирургии / Павлов В. Н., Нартайлаков М. А., Пантелеев В. С. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2026.
- Общая хирургия: учебное пособие / Нартайлаков М. А., Пантелеев В. С., Гараев М. Р. — М.: КНОРУС, 2025[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы операция өсөн алтын скальпель» (1996, 2005, 2013)[1].
- Башҡортостан Республикаһының грамотаһы (1998).
- Халыҡ-ара хирург-гепатологтар ассоциацияһының почётлы ағзаһы (2010).
- Салауат Юлаев ордены (2012)[1].
- Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2019)[1].
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы II дәрәжә (2020)[1].
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2022)[1].
- «Медицина фәндәре» номинацияһында «Йыл профессоры» Бөтә Рәсәй милли премияһы (2022)[1].
- «Йыл профессоры» Бөтә Рәсәй милли премияһының Волга буйы федераль округы буйынса «Медицина фәндәре» номинацияһында лауреаты (2025)[3].
- Почёт ордены (2026)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Руководство университета. Башкирский государственный медицинский университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Конференция, посвящённая вручению «Золотого скальпеля» АХ РБ за 2025 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Профессор Мажит Нартайлаков стал лауреатом общенациональной премии «Профессор года» по ПФО. Безформата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Заведующий кафедрой БГМУ Мажит Нартайлаков награждён Орденом почёта. Безформата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
Әҙәбиәт
- Валитов О. Духовный мир врача Нартайлакова // «Вечерняя Уфа» гәзите, № 107, 04.06.2014.
- Валитов О. Сила врача — в его сердце // «Ватандаш» журналы, № 2, 2014.
- Нартайлаков М. Кто мы — врачи или педагоги? // Медицинская газета, № 13, 22.02.2012.
- Нартайлаков М. А. Личный лекарь великого Тамерлана (тарихи-нәфис роман). — Өфө: Тихая пристань, 2011. — 188 с.
- Нартайлаков М. Лекарь великого эмира (тарихи-нәфис роман). — Өфө: Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 233 с.
- Валитов О. Заповеди хирурга. — Өфө: БДМУ нәшриәте, 2019. — 72 с.
Һылтанмалар
- Нартайлаков Мажит Ахметович «Кто есть кто в Республике Башкортостан» сайтында
- «Люди в белых халатах. Духовный мир врача Нартайлакова» «Вечерняя Уфа» гәзите сайтында
- «Нартайлаков Мажит Ахметович (50 лет со дня рождения)» «КИБЕРЛЕНИНКА»