Насретдинов Руслан Фәнәүис улы

Руслан Фәнәүис улы Насретдинов (рус. Насретдинов Руслан Фанависович; 1986 йылдың 22 декабре, Өфө) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты. 2022 йылдың мартынан 2026 йылдың февраленә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

Биографияһы

Руслан Фәнәүис улы Насретдинов 1986 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуа. Өфө тимер юл транспорты техникумын тамамлай (2006). Хеҙмәт юлын 2005 йылда 765-се энергомонтаж поезы асыҡ акционерҙар йәмғиәте электромонтеры булып башлай. 2006—2012 йылдарҙа "Рәсәй тимер юлдары "асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең электр тәьминәтенең Дим дистанцияһында электромонтер, электромеханик булып эшләй.

2011 йылда Юл бәйләнештәренең Һамар дәүләт университетын, 2015 йылда аспирантура тамамлай[3]. Техник фәндәр кандидаты.

2012—2014 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Төбәк башҡарма комитетында баш белгес булып эшләй.

2014 йылдың июленән декабргәсә Башҡортостан Республикаһы Президентының Территориялар менән эшләү һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының территориялар менән эшләү бүлеге баш консультанты.

Һуңынан 2018 йылға тиклем шунда уҡ муниципаль берәмектәр менән бәйләнештәр буйынса идаралыҡтың урындағы үҙаидара органдары менән эшләү бүлге баш консультанты, кәңәшсеһе, баш кәңәшсеһе була.

2016 йылда «Хәрәкәт итеүсе составтың тиҙ хәрәкәт итеүендә пружиналы шыйыҡлыҡ-газ демпферҙары һәм компенсаторҙары ярҙамында ток алыу сифатын күтәреү» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].

2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» специальносы буйынса тамамлай[3].

Аҙаҡтан 2021 йылға тиклем Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2021 йылдың ноябренән 2022 йылдың февраленәсә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса бүлек мөдире.

2022 йылда «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары була, шул уҡ йылдың мартынан ойошманы үҙе етәкләй[1][2].

2026 йылдың февралендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһынан китә[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[6].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Насретдинов Руслан Фанависович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  2. ↑ 1 2 Насретдинов Руслан Фанависович. Единая Россия Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  3. ↑ 1 2 И.о. руководителя исполкома «Единой России» стал Руслан Насретдинов. Башинформ (14 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  4. ↑ Повышение качества токосъема при скоростном движении подвижного состава при помощи пружинных жидкостно-газовых демпферов и компенсаторов. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  5. ↑ Руслан Насретдинов покинул пост главы башкирского исполкома «Единой России». КоммерсантЪ (12 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
  6. ↑ Башҡортостан Республикаһы башлығының 2020 йылдың 10 октябрендәге УГ-418 һанлы Указы