Челебадзе Нателла Аслановна
Челебадзе Нателла Аслановна (29 август 1933 йыл — 2021 йыл) — совет һәм грузин сәй үҫтереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949). Турсунали Матказимов менән бергә илдең ошо юғары маҡтаулы исемен алған йәш геройҙарҙың береһе, герой пионер.
Биографияһы
Нателла Аслановна Челебадзе 1933 йылдың 29 авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1931 йылда) Грузия ССР-ы Аджар Автономиялы Республикаһының[1] Кобулет районы Түбәнге Квирике ауылында тыуған. Уға Сурие исеме ҡушылған була, әммә паспорт алғанда ул уны Нателлаға алмаштыра. Грузин ҡыҙы. Пионер, Бобокват мәктәбенең пионерҙар дружинаһы советы рәйесе. 1947 йылда, урта мәктәптең 7-се класын тамамлағандан һуң, Аджар АССР-ы Кобулет районының Киров исемендәге колхозында сәй үҫтереп ҙур уңыш йыйырға йөкләмә ала. Йәйге каникулда колхоздың сәй плантацияларында эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
• Ленин ордены (1949)
• «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1949)
• «фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Грузия составындағы Аджария Автономиялы Республикаһы
Әҙәбиәт
• Абашидзе Шалва. Герои войны и Герои Социалистического Труда Аджарии. — Батуми, 2018. • Невский А.. Материнское поле // Юный натуралист. — 1986. — № 3. — С. 4—6.