Нафиҡов Ғайфулла Нафиҡ улы

Нафиҡов Ғайфулла Нафиҡ улы (рус. Нафиков Гайфулла Нафикович, 16 ноябрь 1926 йыл — 1997 йыл) — офицер, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1973—1989 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһының Граждандар оборонаһы штабы начальнигы.

Биографияһы

Ғайфулла Нафиҡ улы Нафиҡов 1926 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле волосына ҡараған Ҡотош (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы биләмәһе) ауылында тыуған.

Ҡыҙыл Армияға 1943 йылдың ноябрендә Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбенең 10-сы класынан саҡырыла.

Белоруссияны, Украинаны, Балтика буйын, Польшаны, Венгрияны азат итеү өсөн һуғыштарҙа, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр яралана.

Һуғыштан һуң Германия, Австрия, Чехословакияла торған Совет Армияһы хәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен итеүен дауам итә.1949 йылда хәрби училище тамамлай.

1973—1986 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй .

Ғайфулла Нафиҡ улы 1997 йылда Алма-Ата ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән булған.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9 (рус.)