Низамов Камил Разетдин улы

Камил Разетдин улы Низамов (рус. Низамов Камиль Разетдинович1938 йылдың 13 ноябре, Приют, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй инженер-нефтсеһе. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975).

Биографияһы

Камил Разетдин улы Низамов 1938 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостан АССР-ының Йәрмәкәй районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы) Приют ҡасабаһында тыуған.

1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған[1].

1961—1966 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть промыслаһы идаралығында хеҙмәт итә.

1968 йылдан Өфөләге Нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм транспорты буйынса бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтында (1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты) эшләй. 1972 йылдан ошо институтта лаборатория мөдире, 1979 йылдан — бүлек мөдире, 1987—1993 йылдарҙа директор урынбаҫары вазифаларын башҡара[1].

1993 йылдан «Башгеопроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек мөдире, ә 2007 йылдан — «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының баш ғилми хеҙмәткәре[1].

2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

2001 йылда «Повышение эксплуатационной надежности нефтепромысловых трубопроводов» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Юғары һөҙөмтәле коррозия ингибиторҙары, бактерицидтар, көкөртлө водород йотоусылар һәм деэмульгаторҙар, уларҙы ҡулланыу технологиялары, техник саралары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Камил Низамов — 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре
  • Защита нефтепромыслового оборудования от коррозии: учеб. пособие для рабочих. — М., 1983 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Низамов Камил Разетдин улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  2. Диссертация на тему «Повышение эксплуатационной надежности нефтепромысловых трубопроводов», автореферат по специальности ВАК РФ 25.00.17. Электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.