Николаев Айсен Сергеевич
Айсен Сергеевич Николаев (саха Сэргэй уола Ньукулаайап Айыы Сиэн; рус. Николаев Айсен Сергеевич; 1972 йылдың 22 ғинуары, Ленинград) — Рәсәйҙең сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың 27 сентябренән Саха Республикаһы (Яҡутстан) башлығы (2018 йылдың 28 майынан 27 сентябренә тиклем Саха Республикаһы (Яҡутстан) башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[1]. 2019 йылдың 7 ноябренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының Саха төбәк бүлексәһе секретары[2]. Яҡутск ҡалаһы башлығы (2012—2018).
Биографияһы
Айсен Сергеевич Николаев 1972 йылдың 22 ғинуарында Ленинградта уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған, ике ағаһы һәм апаһы бар. Верхневилюйскиҙа йәшәй.
Белеме
16 йәшендә Верхневилюйск физика-математика мәктәбен алтын миҙал менән тамамлап, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1994 йылда Мәскәү дәүләт университетын һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Финанс менеджменты» һөнәре буйынса тамамлай.
Карьераһы
1994 йылдан 1995 йылға тиклем «САПИ-Центр» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен етәкләй.
1995 йылда «Алмазэргиэнбанк» коммерция банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы составына инә, ә 1995 йылдан 1998 йылға тиклем идара рәйесе урынбаҫары була.
1997—2002 йылдарҙа Оленёк бер мандатлы округынан Яҡутстан Дәүләт Йыйылышының Юғары палатаһының 2-се саҡырылыш депутаты була.
1998 йылдан 2003 йылға тиклем «Алмазэргиэнбанк» идараһы рәйесе, шулай уҡ «САПИ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең вице-президенты була.
2002—2004 йылдарҙа «Уң көстәр союзы» партияһынан Яҡутстан Дәүләт Йыйылышының 3-сө саҡырылыш депутаты була.
2004 йылдан — Яҡутстан финанс министры[3].
2007 йылдың 16 февраленән — Саха Республикаһы Президент хакимиәте һәм Хөкүмәте етәксеһе.
2011 йылдың 18 майынан Яҡутстан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
Яҡутск мэры
2011 йылдың декабрь башында Якутск ҡала думаһы мэр һайлауҙарын ярты йыл элек — 2012 йылдың 4 мартына, Президент һайлауҙары менән бер үк ваҡытҡа тәғәйенләй[4], ә һуңынан 2011 йылдың 23 декабрендә Якутск ҡалаһы мэры Юрий Заболев отставкаға китә. 2012 йылдың ғинуарында Айсен Николаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан Якутск ҡалаһы мэрын һайлауҙа кандидат итеп күрһәтелә[5]. 2012 йылдың 4 мартында үткән һайлауҙарҙа Николаев һайлаусыларҙың 69,84 % ҡатнашлығында 47,73 % тауыш йыя. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Яҡутск ҡала округы хакимиәте башлығы итеп 5 йылға һайлана.
2017 йылдың яҙында, Якутск ҡалаһы мэры итеп сираттағы һайлауҙар тәғәйенләнгәнгә тиклем, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Яҡут бүлексәһе Яҡутск башлығын һайлауға кандидаттарҙың праймеризын үткәрә. Айсен Николаев 86 процент йыя[6]. 2017 йылдың йәйендә Николаев ҡабаттан Якутск ҡалаһы мэры вазифаһына кандидат итеп тәҡдим ителә. 2017 йылдың 10 сентябрендәге һайлауҙарҙа 68,4 % тауыш йыя һәм икенсе срокка һайлана[7].
Саха Республикаһы башлығы
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 28 майҙағы Указы менән Саха Республикаһы (Яҡутстан) Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[8].
2018 йылдың 9 сентябрендә, һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һайлаусыларҙың 71,40 % тауышын йыйып, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Башлығы итеп һайлана[9].
2018 йылдың 27 сентябрендә Саха Республикаһы башлығы вазифаһын биләй[10]..
2019 йылдың 2 авгусынан 2020 йылдың 27 ғинуарына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы[11][12].
2023 йылдың майында Президент Путин Николаев менән осрашып, Яҡутияның сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында ыңғай тенденцияларҙы билдәләне. Республикала халыҡтың тәбиғи үҫеш темптары һәм резиденттар һанының дөйөм үҫеше яҡшы. Путин менән Николаев Лена күпере төҙөү перспективалары тураһында фекер алышты[13].
2023 йылдың 10 сентябрендә Рәсәй Федерацияһының состав субъекттарының юғары вазифалы кешеләрен һайлау һөҙөмтәләре буйынса Николаев Саха Республикаһы (Яҡутия) башлығы вазифаһын һаҡлап ҡала, 75,77% тауыш йыя.
2023 йылдың 27 сентябрендә ант бирә һәм рәсми рәүештә Яҡутстан башлығы вазифаһын үҙ өҫтөнә ала[14][15].
2024 йылдың июлендә Айсен Николаев Дәүләт Советының Энергетика буйынса комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Президент 22 июлдә Дәүләт Советы комиссиялары рәйестәрен тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуя[16][17].
Партиялылығы
«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең Сәйәси Советы ағзаһы.
Ижтыимағи эшмәкәрлеге
Саха Республикаһының (Яҡутстан) ирекле көрәш федерацияһы президенты.
Ғаиләһе
Ҡатыны — Николаева Людмила Валерьевна, 2014 йылдан 2018 йылға тиклем "Алмазэргиэнбанк"тың идара рәйесе. Өс балаһы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Саха (Яҡутия) Республикаһының атҡаҙанған халыҡ хужалығы хеҙмәткәре (2008).
- Изге кенәз Александр Невский ордены (22 ғинуар 2022 йыл)[18].
- Дуҫлыҡ ордены (2022 йылдың 21 март) — Саха (Яҡутия) Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[19].
- Дуҫлыҡ ордены (2023, ДПР)[20].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2025 йылдың 27 авгусы) — Рәсәйҙең тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлауға индергән өлөшө, Рус география йәмғиәте эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[21].
- Донецк Халыҡ Республикаһының Рәсәй менән берләшеүенә арналған юбилей миҙалы (2023, ДНР)[20].
- «Якутск ҡалаһының почетлы гражданы» исеме (2022 йылдың 10 сентябре)[22].
- Дини наградалар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Новый глава Республики Саха. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2018. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Глава Якутии стал секретарем регионального отделения «Единой России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ Организационная структура. Министерство финансов Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- ↑ Выборы мэра Якутска назначены! 12 декабря 2011. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
- ↑ За кресло мэра Якутска поборются десять человек. 13.01.2012
- ↑ «Отработали не как конкуренты»: на праймериз «ЕР» победил мэр Якутска. ИА REGNUM. 29.05.2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2020. Архивировано 20 март 2020 года.
- ↑ Действующий мэр Якутска Айсен Николаев победил на выборах главы города. 11.09.2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2020. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Указ «О досрочном прекращении полномочий Главы Республики Саха (Якутия)». Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2019. Архивировано 16 ғинуар 2019 года.
- ↑ Николаев набрал 71,41% голосов на выборах главы Якутии после обработки 100% протоколов. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2019. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
- ↑ Указ «О досрочном прекращении полномочий Главы Республики Саха (Якутия)» / 2021 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған. kremlin.ru, 28 мая 2018 года
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 02.08.2019 г. № 255-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 2 март 2021 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 27.01.2020 г. № 10-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2020. Архивировано 25 март 2020 года.
- ↑ Путин позитивно оценил темпы развития Якутии, поручил обратить внимание на рынок труда. ТАСС (23 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 5 июнь 2023 года.
- ↑ Айсен Николаев официально вступил в должность главы Якутии. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 27 сентябрь 2023 года.
- ↑ Айсен Николаев вступил в должность Главы Якутии. Глава Республики Саха (27 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025.
- ↑ Глава Якутии назначен председателем комиссии Госсовета по энергетике. https://www.interfax.ru. Интерфакс (23 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 29 апрель 2025 года.
- ↑ Айсен Николаев: продолжим рассматривать самые актуальные вопросы энергетики. https://ria.ru. РИА Новости (27 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 21 июнь 2025 года.
- ↑ Айсен Николаев по указу Патриарха Кирилла награжден высшей наградой РПЦ — орденом Александра Невского. ИА «HOTU.SU» (23 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 4 февраль 2022 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 марта 2022 года № 132 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ 1 2 Пушилин вручил орден Дружбы главе Якутии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 22 ноябрь 2023 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 27.08.2025 № 334-рп ∙ Официальное опубликование правовых актов. publication.pravo.gov.ru (27 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 16 сентябрь 2025 года.
- ↑ Айсену Николаеву присвоено звание «Почетный гражданин города Якутска». Награду вручили глава Якутска Евгений Григорьев и председатель Якутской городской Думы Альберт Семенов. ЯСИА (10 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. Архивировано 10 сентябрь 2022 года.
Һылтанмалар
- Николаев Айсен Сергеевич, первый заместитель Председателя Правительства Республики Саха (Якутия). Администрация Президента и Правительства РС(Я). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2013. [no Архивировано] 22 март 2013 года. 2012 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- Николаев Айсен Сергеевич. Единая Россия : официальный сайт партии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2013. [no Архивировано] 22 март 2013 года.
- aisennikolaev.ru — Николаев Айсен Сергеевич рәсми сайты
- Пресс-портрет Айсена Николаева // RuNews24.ru {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20190216093616/http://runews24.ru/portraits/11/09/2018/7adc0058cf57a526a3298920d0b7e331 |date=2019-02-16 }