Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы
Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева(рус. Нинель Даутовна Юлты́ева; 1926 йылдың 3 феврале, Өфө, СССР — 2014 йылдың, Ҡазан ҡалаһы) — совет балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостандың (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы[1].
Биографияһы
1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуа.
1935—1941 йылдарҙа А. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында (хәҙерге А. Ваганова исемендәге Рус балет академияһы) уҡый.
1968 йылда шул уҡ уҡыу йортоноң педагогия бүлеген тамамлай.
1972 йылда Н. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһын (рус.)баш. тамамлай.
1941—1946 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы[1].
1946—1966 йылдарҙа М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрының прима балеринаһы һәм балет труппаһының художество етәксеһе була[1].
1968—1969 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһында уҡыта. 1969—1973 йылдарҙа — Ҡазан опера һәм балет театрында баш балетмейстер.
1972 йылда Ҡазан мәҙәниәт институтының хореография кафедраһы мөдире. 1985 йылдан — профессор.
1974—1977 йылдарҙа Ҡаһирә балет труппаһының баш балетмейстеры һәм художество етәксеһе булып эшләй (Мысыр)[1].
1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала Т. Карреньо исемендәге Каракас театрында педагог һәм балетмейстер була.
1988—1989 йылдарҙа ҡайтанан Мысырҙа (Ҡаһирә) юғары балет институтында художество етәксеһе булып эшләй.
1998—2014 йылдарҙа Ҡазан хореография училищеһының художество етәксеһе[2].
1950 йылдарҙа әүҙем педагогик эшмәкәрлеге башлана. Уның бер нисә йөҙ тәрбиәләнеүсеһе институттарҙа, мәктәптәрҙә, училищеларҙа уҡыта, коллективтар менән етәкселек итә, театрҙарҙа эшләй.
2014 йылдың 23 ноябрендә Ҡазанда вафат була, Ар зыяратында ерләнгән[3].
Ғаиләһе
- Атаһы — Дауыт Юлтый (1986—1938), совет башҡорт яҙыусыһы, драматург, журналист.
- Әсәһе — Фатима Ғилман ҡыҙы.
- Ағаһы — Таң Юлтыев.
- Тормош иптәше — Хәсби Фазлуллин, Башҡорт театрының баш дирижёры[4].
- Улы — Мансур.
- Ейәнсәре — Эльза Спектор (Фазлуллина)[5], 1992 йылдан алып әсәһе (Татьяна Спектор) менән Израилдә йәшәй[6]. Лод ҡалаһында үҙенең «Спектор Дэнсинг» бейеү мәктәбе бар.
Төп партиялары
Н. Юлтыева опера һәм балет театрҙары сәхнәһендә күп һанлы партияларҙы башҡара, улар араһында:
- Торналар башлығы — «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев һәм Л. Б. Степанов;
- Мария — «Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев;
- Сванильда — «Коппелия», Л. Делиб;
- Аврора — «Йоҡоға талған һылыу», П. И. Чайковский;
- Жизель — «Жизель», А. Адан;
- Одетта — «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский;
- Одилия — «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский;
- Китри — «Дон Кихот», Л. Минкус;
- Сөйөмбикә — «Шүрәле», Ф. Яруллин;
- Зөһрә — «Зөһрә», Н. Ғ. Жиганов;
- Раушан — «Раушан», З. Хәбибуллин;
- Сәрби — «Алтын тараҡ», Ә. Бакиров[7];
- Зәйтүнгөл — «Сыңрау торна»[8];
- Тао Хоа — «Ҡыҙыл мәк»[9];
- Эсмеральда — «Эсмеральда»;
- Чага — «Князь Игорь»;
- Фетна — «Шәһрезада»;
- Вереника — «Мысыр төндәре»;
- Зифа — «Киҫекбаш»;
- Зарифа — «Тауҙағы ысынбарлыҡ»[9][8];
- Сарри — «Күк күкрәү юлы»;
- Генриетта — «Ҙур вальс»;
- Сольвейг — «Пер Гюнт»;
- Катерина — «Таш сәскә»;
- Никия — «Баядерка»[9][10];
- Наталья — «Я помню чудное мгновенье»;
- Добрунька — «Ун ике ай»;
- Ассоль — «Ал елкәндәр»;
- Ҡыҙ — «терелгән легенда»;
- Раймонда — «Раймонда»;
- Ҡарлуғас — «Доктор Айболит»[9].
Сәхнәгә сығарған эштәре
Түбәндәге балет спектаклдәренә һәм номерҙарына хореограф-ҡуйыусы булараҡ ҡатнаша[11]:
- 1954 — «Аҡҡош күле» (Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры, Ҡазан);
- 1955 — «Шәһрезада» (Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры, Ҡазан);
- 1956 — «Шопениана» (Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры, Ҡазан);
- 1963 — «Я помню чудное мгновенье» (Н. В. Лысенко исемендәге Харьков опера һәм балет театры);
- 1967 — «Шүрәле» (Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры, Ҡазан);
- 1972 — «Баҡсаһарай фонтаны» (Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры, Ҡазан);
- 1975 — «Шопениана» (Ҡаһирә балет труппаһы, Мысыр);
- 1976 — «Жизель» (Ҡаһирә балет труппаһы, Мысыр);
- 1977 — «Дон Кихот» (Ҡаһирә балет труппаһы, Мысыр);
- 1983 — «Князь Игорь» (Ҡыпсаҡ бейеүҙәре; Т. Кареньо исемендәге театрҙың балет труппаһы, Венесуэла);
- 1983 — «Ҡылыс менән бейеү» (Т. Кареньо исемендәге театрҙың балет труппаһы, Венесуэла);
- 1987 — «Зәңгәр шәл» (Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия драма театры, Ҡазан).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- ТАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1953);
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995);
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1996);
- Салауат Юлаев ордены
- «Бейеү рухы» («Душа танца») призы (2002)[12];
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- Исеме Ҡазандың почёт китабына индерелгән (2007[13];
- Санкт-Петербургтағы фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы[14], профессор.
Хәтер
- 2026 йылда, тыуыуының 100 йыллығы уңайынан хәтер саралары: 3 февралдә Ҡазан хореография училищеһында «Уҡытыусыбыҙҙы һәм дуҫыбыҙҙы иҫкә алабыҙ» кисәһе[15][16], февраль һуңында Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында «Нинель Юлтыеваның адажиоһы» хәтер кисәһе үтә[17][18].
- Ҡазанда Нинель Юлтыева исемендәге «Хыял юлынан» халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурс-фестивале ойошторола"EduTatarKonkurs">Международный конкурс-фестиваль хореографического искусства «Дорогою мечты». Образовательный портал РТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.</ref>[19].
Фекерҙәр
kazan.aif.ru сайтында Нинель Юлтыева, бөйөк балерина һәм хореограф, тип атала[20].
Ҡыҙыҡлы факттар
- Ҡыҙына Нинель («Ленин» һүҙенең киреһе) тигән һирәк исемде атаһы уйлап таба[21].
Әҫәрҙәре
- Адажио моей памяти. — Казань, 2006.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Н. А. Жиленко. Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Нинель Даутовна Юлтыева. Казанский государственный театр оперы и балета им. М. Джалиля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Нинель Юлтыева похоронят на Арском кладбище. Вечерняя Казань. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Властительница танца. Век спустя. history-kazan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Екатерина Маркова, Лилия Латыпова. Наследники Даута Юлтыя. ufaved.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ "Помни имя своё: " Нинель Юлтыева (рус.). 14 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Нинель Юлтыева. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 1 2 Нинель Юлтыева — легенда российского балета. К 90-летию со дня рождения выдающейся балерины. Башинформ (3 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Юлтыева Нинель Даутовна. Татарский академический государственный театр оперы и балета имени Мусы Джалиля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Балет «Шурале» к 100-летию со дня рождения Нинель Юлтыевой. Татарский академический государственный театр оперы и балета имени Мусы Джалиля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Нинель Юлтыева. Казанский государственный театр оперы и балета им. М. Джалиля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Приз «Душа танца». Вечерняя Казань (12 март 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Книга почета. Мэрия Казани. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2022.
- ↑ Петровская Академия Наук и Искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано из оригинала 4 ғинуар 2014 года.
- ↑ О праздновании 100-летия Нинель Юлтыевой. Министерство культуры Республики Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 3 февраля 2026 исполнится 100 лет со дня рождения... Sahne.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ В Уфе состоится вечер памяти к 100-летию балерины Нинель Юлтыевой. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Вечер памяти «Адажио Нинель Юлтыевой». Дом-музей Ш. А. Худайбердина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Международный конкурс-фестиваль хореографического искусства «Дорогою мечты» имени Нинель Юлтыевой. Дорогою мечты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ В какой роли дебютировала в Казани татарская Уланова? kazan.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Нинель Юлтыева — легенда российского балета (К 90-летию со дня рождения выдающейся балерины). ИА «Башинформ» (3 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
Һылтанмалар
- Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2021)
- Балет донъяһының гүзәл аҡҡошо 2020 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.
- Татарский академический государственный театр оперы и балета имени Мусы Джалиля // Юлтыева Нинель 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- Информационно-публицистический еженедельник «Истоки». Талант на века 2019 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
- Казанское хореографическое училище(недоступная ссылка)
- Независимая общественно-политическая газета // Татарская Уланова