Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы
Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы (рус. Нигматуллин Карам Гилязович (22 март 1924 йыл — 25 февраль 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.[1][2].
Биографияһы
Карам Ғиләж улы Ниғмәтуллин 1924 йылдың 22 мартында хәҙерге Башҡортостандың Фёдоровка районында тыуған. Һуғышҡа 1942 йылдың 6 августында алына. Хәрби билетындағы яҙмаларға ярашлы, присяганы 1942 йылдың 10 ноябрендә ҡабул итә. 1947 йылдың 14 февралендә демобилизациялана, тип хәбәр итә ветерандың ейәне Ниғмәтйән Ханов.[3]
Хәрби юлын 1942 йылда 31-се гвардия дивизияһының 9-сы ротаһында танкист булып башлай. Дон йылғаһы янындағы алышта яралана, дауаланырға Өфө госпиталенә ебәрелә. Госпиталдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуы тураһында ишетә һәм уйлап та тормай ғариза бирә. Күнекмәләрҙән һуң, дивизияла кесе лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәтен дауам итә, Берлинғаса барып етә. Һуғыштан һуң ике йыл Кавказда хеҙмәт итә.[4]
Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы 2012 йылдың 25 фералендә вафат.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- III дәрәжә Дан ордены (1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)