Новиков Дмитрий Викторович

Дмитрий Викторович Новиков (1972 йылдың 17 декабре, Чапаев[d], Һамар өлкәһе) — Рәсәйҙең тимер юл транспорты инженеры, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2017 йылдан «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлының начальник урынбаҫары (Башҡортостан территориаль идаралығы буйынса). Башҡортостан Республикаһының V (2013—2018) һәм VII (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре[1].

Биографияһы

1972 йылдың 17 декабрендә Һамар өлкәһе Чапаев ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — 1996 йылда М. Т. Елизаров исемендәге Һамар тимер юл транспорты инженерҙары институтын «тимер юл транспортында ташыуҙы ойоштороу һәм идара итеү» һөнәре һәм «ойоштороу Һәм идара итеү буйынса инженер» квалификацияһы алып тамамлаған[2].

Хеҙмәт юлын 1996 йылда Куйбышев тимер юлының Яңы Куйбышев станцияһында поездарҙы туплаусы булып эшләй. Артабан манёвр (рус.)баш. диспетчеры, тимер юл станцияһы начальнигы урынбаҫары була[1].

2000—2006 йылдарҙа Әшә, Косяковка, Дим станцияларында начальник урынбаҫары вазифаһында эшләй[2].

2006—2008 йылдарҙа — Куйбышев тимер юлының Ульяновск бүлексәһенең начальник урынбаҫары, начальниктың беренсе урынбаҫары[3].

2008—2010 йылдарҙа — Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигының беренсе урынбаҫары, 2010—2012 йылдарҙа — фирма транспорты хеҙмәтләндереүенең Башҡортостан агентлығы начальнигы, 2012—2017 йылдарҙа — Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге буйынса начальник урынбаҫары, Куйбышев тимер юлының хәрәкәт менән идара итеү дирекцияһы начальнигы, 2017 йылдан — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — Куйбышев тимер юлының начальник урынбаҫары (Башҡортостан территориаль идаралығы буйынса)[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Ғаиләһе

Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ атаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2008)[2];
  • «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең почётлы тимер юлсыһы (2022)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Новиков Дмитрий Викторович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Региональные отделения. Лица Партии. Новиков Дмитрий Викторович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 Новиков Дмитрий Викторович. Заместитель начальника дороги по территориальному управлению. Открытое акционерное общество «Российские железные дороги». Официальный сайт (16 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
  4. Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Новиков Дмитрий Викторович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)

Һылтанмалар