Нәҙершин Зәки Аҡйегет улы
Нәҙершин Зәки Аҡйегет улы (1914 йыл — ???) — Совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеүсе
Биографияһы
Зәки Аҡйегет улы Нәҙершин 1914 йылда Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Тимер ауылында тыуған.
Ҡыҙыл Армия сафына 1937 йылда алына. Бөйөк Ватан һуғышында Калинин (1941), Смоленск (1942), Ленинград (1943—1944) фронттарында була. Выборг операцияһында 72-се Ҡыҙыл Байраҡлы Павловский уҡсы дивизияһының 187-се уҡсы полкының[1] отделение командиры вазифаһында ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2]
Һылтанмалар
- Надршин Закий Акзигитович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 369. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.