Нәҙершин Мотаһар Закир улы

Нәҙершин Мотаһар Закир улы (1923 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944)[1][2].

Биографияһы

Мотаһар Закир улы Нәҙершин 1923 йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Тимер ауылында тыуа. 1942 йылда Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[3]. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы 16-сы гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы дивизияның 7-се гвардия кавалерия корпусында 5-се батареяла элемтәсе булып хеҙмәт итә. Полк командиры гвардия майоры Хәбиров һәм гвардия полковнигы Вәлиевтың Нәҙершиндың шәхси хәрби ҡағыҙына яҙған яҙыуҙарында былай тип әйтелә:

« Нәҙершин Мотаһар Закир улы 5-се батарея командирының элемтәһе булып хеҙмәт итеп, бөтә һуғыш барышында үҙ бурысына намыҫ менән ҡараны һәм һәр ваҡыт мәғлүмәттәрҙе батарея командирына ваҡытында еткереп, хәрби заданиеларҙы теүәл үтәргә ярҙам итте. 1944 йылдың 23 июлендә Осмолица районында (Польша) батареянан полк штабына барышлай өс кешенән торған немецтар төркөмөнә юлыға һәм, уларҙы әсиргә алып, полк штабына алып килә. Хөкүмәт наградаһы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ. »

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 авгусындағы Указы менән немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яугир Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].

Нәҙершин Мотаһар Закир улы 1946 йылда демобилизациялана[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар