Нөктәле өтөр

Нөктәле өтөр — тыныш билдәһе.

Нөктәле өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары

  • теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында
  • ҡатнаш ҡушма һөйләмдәге эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр араһында.
  • теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
«

Арыҫландай ирҙәрҙе
Йыуаш ҡуйҙай итер хан,
Илеңде алыр ҡулыңдан,
Ғәскәр алыр улыңдан;
Тартып алыр малыңды,
Иҫәпкә алыр барыңды;
Боғаҙламай эсер ҡаныңды,
Үлтермәй алыр йәнеңде, ау,
Үлтермәй алыр йәнеңде.
(Ҡобайыр)

»
  • тиң хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
«

Киң юлда һуңғы биш йылда
Кемдәрҙер килә, донъя тетрәтеп,
Уттар яуҙырып, күктәр күкрәтеп;
Ерҙе нурлатып, тормош үҙгәртеп;
Дуҫты көлдөрөп, дошман илатып;
Меҫкен ҡарттарҙың йөрәген һыҙлатып,
Ҡолаҡ төбөндә моңдар сыңлатып...
(М. Ғафури.);

»
  • теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:

Берәүҙәр туй үткәрә, икенселәре тыуған көндәрен билдәләй; өсөнсөләр, һаҡалдарын һыйпап, һанаулы ҡалған йылдарҙың ҡәҙерле минуттарын кисерә. (Р. Низамов.);

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә нөктәле өтөр ҡуйылһын өсөн, өтөр менән айырылған тиң киҫәктәр, йә айырымланған эйәрсән киҫәктәр йәки хәл әйтемдәре бирелеү талап ителә.

  • күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:

Күк йөҙөндә аҙ ғына ла болот әҫәре юҡ ваҡытта, бөтә дала үҙенең күкрәгенә ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр ҡаҙап байрам иткәндә; һауала, ағас башында, ҡурай өҫтәрендә, талдарҙың ботаҡтарында һандуғастар, ялан турғайҙары уҙышып-уҙышып һайрағанда, байып барған ҡояшҡа ҡарап һоҡланаһың, уны яратаһың. (Б. Ишемғолов.);

  • ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
« Ай, тыуған ер, тыуған ер

Олатайҙар торған ер;
Йылҡылары сыңырлап,
Һыйырҙары мөңрәп,
Ҡуй-һарығы ҡуңырап,
Көтөү-көтөү йөрөгән ер;
Ятып ҡалған бер бәрәс
Йөҙ ҡуй булып үрсер ер;
Тороп ҡалған яңғыҙ тай
Өйөр булып йөрөр ер;
Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер;
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуың эскән ер.
(«Урал батыр».)

»

Категориялар