Овчинников Владимир Павлович
Владимир Павлович Овчинников (1958 йылдың 2 ғинуары, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй пианисы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005), Мәскәү консерваторияһы профессоры; 2000 йылдан — П. И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстар ассоциацияһы лауреаттарының музыкаль етәксеһе. 2011 йылдан 2016 йылға тиклем — Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыкаль мәктәп директоры.
Биографияһы
1958 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуа.
Мәскәүҙә, башта А.Д Артоболевская класы буйынса Үҙәк музыка мәктәбендә, һуңынан Алексей Наседкинда Консерваторияла уҡый. Беренсе ҙур уңыш Овчинниковҡа 1980 йылда килә, ул Монреалдә үткән пианистарҙың халыҡ -ара конкурсында икенсе урынды яулай. Ике йылдан һуң, консерваторияны тамамлағас, Чайковский исемендәге етенсе Халыҡ-ара конкурста икенсе урынды инглиз пианисы Питер Донохоу менән бүлешә (беренсе премия береһенә лә бирелмәй), ә 1987 йылда Лидсала үткән пианистарҙың абруйлы конкурсында еңеп сыға. Бынан һуң килгән Бөйөк Британияла һәм башҡа илдәрҙә концерты сығыштары Овчинниковҡа халыҡ-ара билдәлелек алып килә. 1980 йылдар аҙағында — 1990 йылдар башында ул Япония, Канада һәм АҠШ-та концерттар менән сығыш яһай, бер нисә яҙмалар эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Овчинников концерт эшмәкәрлеге менән бер рәттән Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә уҡыта, Мәскәү дәүләт филармонияһы солисы булып тора. Солист булараҡ ҡына түгел, ә камералы музыкант булараҡ та сығыш яһай, уның репертуары нигеҙендә XIX быуат рус композиторҙары әҫәрҙәре һәм европа романтиктарының әҫәрҙәре ята. Төрлө ваҡыттарҙа Овчинников компакт-дисктарға Чайковский, Лист, Рахманинов, Прокофьев, Шостакович, Мусоргский, Регер, Барбер, Танеевтың һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәрен EMI, «Коллинз Классикс», «рус миҙгелдәре», «Шандос» фирмаларында яҙҙыра.
Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың, Чайковский исемендәге халыҡ-ара үҫмерҙәр конкурсы һәм башҡа бик күп конкурстарҙың рәйесе һәм жюри ағзаһы сифатында эшләй.
Пианистың уйыны стиленең сағыу үҙенсәлеге, яҡшы техникаһы, башҡарыуының һығылмалылығы менән айырыла.
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Эльвира;
- Улы — Илья, пианист, преподаватель, ҡатыны — скрипкасы;
- Ҡыҙы — Катя, ейәне Никита, ейәнсәре Маша;
- Ҡыҙы — Елена, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын отличие менән һәм алтын миҙалға тамамлай, илдең эре компанияларының береһендә эшләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996);
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Владимир Овчинников: Музыка – важная и серьёзная часть жизни. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Указ Президента РФ от 19.05.2005 N 570 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2014. Архивировано из оригинала 8 февраль 2015 года. 2015 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Владимир Овчинников на сайте Московской Консерватории
- Владимир Овчинников на сайте Центральной музыкальной школы 2017 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.