Олойылға

Олойылға — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ямаш йылғаһының һул ярына тамағынан 4,9 км өҫтәрәк ҡушыла.Ялтыран ауылынан көнбайыштараҡ 7 км алыҫлыҡта баш ала. Төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан Ишембай районы ерҙәренән аға. Ямаш йылғаһына тамғына 5 км алыҫлыҡта ҡоя.

Йылға оҙонлоғо 12 км.

Йылға тирә-яғында һоро урман тупрағында уҫаҡ ҡатыш ҡарағай урмандары үҫә. « Олойылға» атамаһы «оло» һәм «йылға» һүҙҙәренән алынған.

Ҡушылдыҡтары

Балтайорт (уң яҡ),

Мәрйәйылға (һул яҡ).

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Нөгөш йылғаһы башынан Нөгөш һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200312111100017989

- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101798

- Бассейн коды — 10.01.02.003

- ГӨ буйынса томы — 11 - ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Олойылға.

Һылтанмалар