Ерегәҙе
Ерегәҙе — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Шишмәһе Ишембай районындағы Ҡәҙерәле һыртының көнбайыш итәгенән ағып сыға.
Йылға Үрек йылғаһының һул ярынан ағып барып, тамағынан 28 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.Бассейны- 70 кв.км.
Йылғаның һоро урман, көлһыу һәм ҡара тупраҡлы ярҙарында ҡайын һәм уҫаҡ, ҡарағай һәм шыршы ҡатнаш урмандар үҫә.
Ҡушылдыҡтары
Уң яҡ ҡушылдығы- «Ҫөлөклө» (әҙәби телдә «Һөлөклө», русса Силекле тип яҙғандар). Һул ҡушылдығы- Оло Ергәҙе, Оло Ҡондоҙло.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Нөгөш йылғаһы башынан Нөгөш һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200312111100018009
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101800
- Бассейн коды — 10.01.02.003
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Ерегәҙе.
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.