Кесе Ҡоҙаш

Кесе Ҡоҙаш — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы биләмәһендә аға. Оло Нөгөшкә ҡоя. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йылға Нөгөш йылғаһының уң ярына тамағынан 185 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км тәшкил итә[2].

Йылға Йүкәле тау һыртынан баш ала. Йылға башынан алыҫ түгел Алағузлы[3]. Оло Ҡоҙаш йәнәш аға. Кесе Ҡоҙаш Р316 трассаһын,Ҡолғонанан Берәтәккә[4] участкаһында киҫеп үтә. Юл эргәһендә кеше йәшәмәгән Ҡоҙаш ауылы урынлашҡан. Ауылдан Кесе Ҡоҙаш үҙәне буйлап урындағы әһәмиәткә эйә юл бара. Йылғаның икенсе яры буйлап, Р316 саҡ ҡына ситтәрәк, — Ҡоҙаш тауы (599. м.). Тағы ла бер түбә — Ҡылысҡыр (558. м.) — түбәндәрәк ағымында осрай.

Йылға Оло Нөгөшкә Алтын-Солоҡ[4] заказнигы һәм Бөрйән районы сигендә ҡоя.

Ҡушылдыҡтары

Картография мәғлүмәттәре буйынса Кесе Ҡоҙаштың өс ҡушылдығы бар[3]:

  • Марҙаш
  • Мулбой
  • Тулаласек

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Нөгөш йылғаһы башынан Нөгөш һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200312111100017828

- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101782

- Бассейн коды — 10.01.02.012

- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11

- ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

Топографик картаһы

  • Лист карты N-40-91 Бретяк. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.