Охлебинин археология комплексы

Охлебинин археология комплексы — Башҡортостандың Иглин районында урынлашҡан Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө, беҙҙең эраға тиклем IV быуат — беҙҙең эраның III быуаты менән билдәләнә[1].

Дөйөм мәғлүмәттәр

Охлебинин археология комплексы Охлебинин ауылынан көнсығышта, Эҫем йылғаһы тамағы эргәһендә, Ағиҙелдең ҡаялы бейек уң яҡ ярында урынлашҡан[2] һәм ике ҡаласыҡтан (Охлебинин ҡаласығы II, Охлебинин ҡаласығы III), бер ҡәберлектән (Охлебинин ҡәберлеге) тора[3].

Охлебинин ҡаласығы II (Аҡташ)

Ҡаласыҡ беҙҙең эраға тиклем IV — беҙҙең эраның III быуаты менән билдәләнә. XIX быуат һуңынан билдәле. Охлебинин ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. XX быуаттың беренсе яртыһында ҡаҙыныу эштәре алып барыла. Беренсе булып В. В. Гольмстен менән Д. Н. фон Эдинг, 30-сы йылдарҙа М. И. Касьянов, 60-80-се йылдарҙа А. Х. Пшеничнюк тикшерә[1]. Ҡаласыҡ бейеклеге 2,5 метр һәм оҙонлоғо 850 метр булған соҡор менән һаҡлана. Уның территорияһында уртаһында усаҡ булған дүртмөйөш формаһындағы ҡоролма табыла. Мәҙәни ҡатламы, көл ҡатнашмаһы күп булғанлыҡтан, буҙ төҫөндә. Ҡалынлығы 40 сантиметрҙан алып 1 метрға тиклем, хайуан һөйәктәренә һәм балсыҡ һауыт ҡалдыҡтарына бай. Предметтарҙың күпселеге Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай, шулай уҡ бик һирәк сармат, ананьин һәм убалар мәҙәниәте предметтары ла осрай. Төрлө көнкүреш ҡоралдары һәм әйберҙәре — һөйәк ҡоралдар, ҡаба, бронза уҡ баштары, тимер бысаҡтар табыла. 1965 йылда 25 сантиметр тәрәнлектә алтын, бронза һәм быяла изделиелар табыла.

Охлебинин ҡаласығы III

Беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттар менән билдәләнә. Охлебинин ауылынан 2,5 километр алыҫлыҡта, Ағиҙелдең уң ярында урынлашҡан. 1983 йылда А. Х. Пшеничнюк тарафынан асыла һәм 1989 йылда И. М. Аҡбулатов тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ тәрәнлеге — 4-5, оҙонлоғо 80 метрлыҡ соҡор һәм уба менән нығытылған. Ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә һыҙаттар һәм һырҙар менән биҙәлгән һауыттар ватыҡтары табылған[1].

Охлебинин ҡәберлеге

беҙҙең эраға тиклем IV быуат — беҙҙең эраның III быуаты менән билдәләнә. Ауылдан 4,5 километр төньяҡ-көнсығышта, Эҫем йылғаһы тамағында урынлашҡан. Ҡәберлек өлөшләтә Аҡташ (Охлебинин II) ҡаласығының көнбайыш ситен алып тора һәм йылға яры буйлап көнбайышҡа 600 метрға һуҙыла. Ҡәберҙәр ике төркөмгә бүленә — иртә:беҙҙең эраға тиклем иртә IV—III быуаттар һәм һуң: беҙҙең эраға тиклем II быуат һуңы — беҙҙең эраның II быуаты. Ҡатын-ҡыҙ ҡәберҙәренең барыһында ла тиерлек — биҙәүестәр, ир-аттыҡында яу ҡоралдары табыла. Һуңғараҡ ерләнгәндәрҙекендә ағас ҡайырыһы ҡалдыҡтары табыла, күрәһең, мәрхүмдәрҙе ҡабыҡҡа урап күмгәндәр[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Охлебининский археологический комплекс. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2022. Архивировано 21 март 2022 года.
  2. ИТОГОВАЯ НАУЧНАЯ СЕССИЯ УФИМСКОГО ИНСТИТУТА ИСТОРИИ, ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ АН СССР ЗА 1965 год / Т. М. Гарипов, Р. Г. Кузеев, В. В. Сидоров, В. П. Чемерис, А. И. Харисов. — Уфа: Полиграфкомбинат, 1966. — С. 99. — 104 с.
  3. Павел Распопов. Пещера Охлебининская, село Охлебинино и их окрестности. Ураловед. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2022.
  4. ОХЛЕБИНИНСКОЕ II. ohlebinino.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2022. Архивировано 16 сентябрь 2019 года.