Палатников Александр Самойлович
Гражданлығы | |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | авиаинженер, Chief Executive Officer |
Вафат булған урыны | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1] |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1923 |
Эш урыны | |
Вафат булған көнө | 29 ноябрь 2007 (83 йәш) |
Тыуған урыны | |
![]() |
Палатников Александр Самойлович (11 декабрь 1923 йыл — 29 ноябрь 2007 йыл) — инженер-технолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), I дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
Биографияһы
Александр Самойлович Палатников 1923 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә.
1952 йылда Мәскәү авиация технология институтын тамамлай һәм Мәскәү, Клин, Арсеньев ҡалалары предприятиеларында эшләй.
1966 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһында баш инженер, 1967 йылдан 1987 йылғаса — генераль директор, был осорҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы депутаты итеп һайлана.
1987 йылдан 2007 йылға тиклем Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында «Камов» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй.
Уның тарафынан «Ка-26», «Ка-27», «Ка-28», «Ка-29», «Ка-32» вертоллеттарын һәм («Рейс», М-17) самолёттарын, десант техникаһын етештереү үҙләштерелә.
Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены (1982)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)
- I дәрәжә Ватан һуғышы (1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1978)
- Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында А. С. Палатниковҡа бюст ҡуйылған.
Һылтанмалар
- Палатников Александр Самойлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2023)
- Уральская энциклопедия 2019 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- Достоин памяти 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Авиация России : биографическая энциклопедия : 1909-2009 : А--Я (урыҫ) / под ред. А. Н. Зелин — М.: 2009. — 880 с. — ISBN 978-5-903989-03-4
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Башҡортостанда вафат булғандар
- 11 декабрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 29 ноябрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Күмертауҙа вафат булғандар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүселәре