Париж (Силәбе өлкәһе)

Париж — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районы ауылы, Париж ауыл биләмәһе административ үҙәге.

Ауыл исеме Рәсәй армияһының Париж янындағы еңеүе хөрмәтенә бирелгән. Ауылға туристарҙы ылыҡтырыр өсөн, Эйфель башняһы манараһының бәләкәй моделе рәүешендә элемтә вышкаһы төҙөлгән.

Тарихы

1842—1843 йылдарҙа, Новолинейный районына кешеләр күсергәндә № 4 иҫәбе бирелгән участка булдырылған, һуңыраҡ ул Париж тип үҙгәртелгән. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында В. К. Блюхер етәкселегендә Ҡыҙыл армия ғәскәре Парижда урынлашҡан[3].

Исеменең килеп сығышы

Ауыл исеме, Көньяҡ Уралдағы европа ҡалалары — Лейпциг, Арси, Берлин, Фершампенуаз исемдәре йөрөткән башҡа ауылдар кеүек,Франция баш ҡалаһы Париждан килә. Был исемдәр 1799 һәм 18131814 йылдарҙа Италия, Германия һәм Франциялағы Рәсәй ғәскәрҙәренең еңеүҙәре хөрмәтенә бирелә: ул ваҡытта нуғайбәк казактары Рәсәй армияһында айырым полк тәшкил иткән була[3].

Хәҙерге торошо

Ҡасабала яҡынса 800 йорт, урта мәктәп, «Астафьевский» совхозы, урындағы төбәк музейы бар.[3].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[4]2010[5]
19951712

Иҫтәлекле урындары

2005 йыл 24 июнь 2005 йылдың 24 июнендә Париж ауылында Эйфель манараһы рәүешендә яһалған кеҫә телефоны вышкаһы асыла. Көньяҡ Урал «Эйфель манараһы» ысынбарлыҡтағынан алты тапҡыр бәләкәй. Компания сығымдары яҡынса 12 миллион һум тәшкил итә, уртаса элемтә манараһы 8 миллионға төшөр ине[3].