Петров Никита Александрович

Петров Никита Александрович — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, гвардия лейтенанты. Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһы 234-се гвардия десант-штурм полкының парашютүдесант взводы командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024).

Биографияһы

Никита Александрович Петров Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Яңы Петровка ауылында тыуа[1]. 9-сы синыфтан һуң Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә. 2013 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Псковта Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, контрактын бер нисә тапҡыр оҙайта[2]. 2022 йылдың 24 февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Ҡаһарманлығы

undefined

2023 йылдың 21 июнендә Никита Петров взводы Луганск Халыҡ Республикаһының Кременной ҡасабаһы районында алғы һыҙыҡта нацистарҙың терәк пунктын, мөһим разведка мәғлүмәттәрен уңышлы ҡулға төшөрә, 17 нацисты юҡ итеп, артабанғы һөжүмдең уңышын тәьмин итә.

Шул уҡ йылдың авгусында, разведка өсөн квадрокоптер ҡулланып, дошмандың ике диверсия-разведка отрядын асыҡлай. Засада ойоштороп, 9 неонацисты юҡ итә, икеһен ҡулға ала. Һөҙөмтәлә штурм төркөмө 2 пикапты, 20 хәрбиҙе юҡ итә, икеһен әсирлеккә ала.

Августан октябрғаса уның взводы дошманға һиҙелерлек юғалтыу килтерә — 3 танк, 4 бронемашина, 50-нән ашыу һалдат юҡ ителә.

Хәрби бурысын башҡарғанда күрһәткән ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ғәййәрлек өсөн, «Днепр» ғәскәрҙәр төркөмө командующийы генерал-полковник М. Ю. Теплинский Н. А. Петровҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреүҙе юллай. 2024 йылдың 21авгусында Рәсәй Президенты Указға (ябыҡ) ҡул ҡуя[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр