Познанский Александр Семёнович
Биографияһы
Александр Семенович Познанский 1903 йылдың 18 (31) ғинуарында Украинаның Херсон губернаһы Кривой Рог ҡалаһында тыуған[3].
1927 йыда Одесса медицина институтын тамамлай. 1927—1931 йылдарҙа Одессала наркология диспансеры һәм психиатрия клиникаһында табип булып эшләй.
1931—1944 йылдарҙа — Украина психоневрология институтында (Харьков) хеҙмәткәр. 1938 йылдан медицина фәндәре кандидаты. 1938 йылда клиника, галлюцинациялар патофизиологияһы һәм фармакологияһына арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1944—1959 йылдарҙа — С.М. Киров исемендәге Горький медицина институтында: ассистент, психиатрия кафедра доценты. 1959 йылда «Динамика синдромов шизофрении в процессе психофармакологических и других клинико-экспериментальных исследований» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1960—1970 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институты психиатрия кафедраһы мөдире [4].
Уның етәкселеге аҫтында 2 докторлыҡ һәм 8 кандидатлыҡ диссертация яҡлана, 2 фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы сығарыла.
Александр Семенович Познанский 1974 йылдың 8 июнендә Түбәнге Новгородта вафат була һәм шунда Бугрово зыяратында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
А.С.Познанский дөйөм психопатология, клиник-эксперименталь һәм галлюцинация, һаташыу, шизофрения, йәрәхәтле психоздар ваҡытында кататоник эмоциональ синдромының психофармакология тикшеренеүҙәре проблемалары менән шөғөлләнә.
90-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
1960—1968 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының невропатологтары һәм психиатрҙары йәмғиәте рәйесе.
Академик В. П. Протопопов уҡыусыһы[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ http://bashenc.online/ru/articles/79847/
- ↑ Познанский Александр Семёнович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ История кафедры психиатрии и наркологии. 2021 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Роль и место кафедры психиатрии ХМИ в истории развития психиатрии на Украине // История украинской психиатрии: Сборник научных работ Украинского НИИ клинической и экспериментальной неврологии и психиатрии и Харьковской городской клинической психиатрической больницы № 15 (Сабуровой дачи) / Под общ. ред. И. И. Кутько, П. Т. Петрюка. — Харьков, 1994. — Т. 1. — 153 с.
Сығанаҡтар
- Познанский Александр Семёнович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Александр Семёнович Познанский [Психиатр]. К 70-летию со дня рождения / Журнал неврологии и психиатрии имени С. С. Корсакова. — 1973.
- Познанский Александр Семёнович [О нём] // Идеология и наука (Дискуссии советских учёных середины ХХ века) / Отв. ред. А. А. Касьян. — М.: Прогресс-Традиция, 2008. — 288 с. — С. 155—166. ISBN 5-89826-204-0.