Покровск (Саха)
Покровск (саха Покровскай) — ҡала, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Хангалас улусының административ үҙәге. Покровск ҡала биләмәһе ҡала берәмеген тәшкил итә.
Этимологияһы
1682 йылда казактарҙың Ҡарауыл мороно нығытмаһы булараҡ нигеҙ һалына. Бында бәләкәй генә Покров монастыры (Покровская пустынь) асыла. 1720 йылда Покровский ауылы барлыҡҡа килә, 1941 йылдан башлап Покровск эшселәр ҡасабаһы [3], 1997 йылда ҡала статусын ала.
Тарихы
Урыҫтар килгәнсе әле ҡала урынлашҡан урында Тыгын Дархандың ҡарауыл посы булған, Хоруол тумус (саха Хоруол тумуһа) - Ҡарауыл мороно тип аталған
Ҡала биләмәһе
Статусы һәм ҡала биләмәһенең сиктәре 2004 йылдың 30 ноябрендәге Саха (Яҡут) Республикаһының «Саха (Яҡут) Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү һәм уларға ҡала һәм ауыл биләмәләре статусын биреү тураһында» N 173-З Н 353-III Законы менән билдәләнгән[4].
Халҡы
2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһындағы 1117/24 ҡала араһында 935-се урында ине.
Иҡтисады
Климаты
Покровск климаты, бөтә үҙәк Яҡутстан кеүек үк, бик юғары континенталлелек кимәле менән айырыла. Йәй йылы, йышыраҡ — эҫе, әммә ҡыҫҡа, ә ҡыш бик ҡаты һыуыҡ һәм оҙайлы. Ҡышын һыуыҡ -50 °C температуранан түбәнерәк төшөүе мөмкин , йәй — +30 °C-тан да юғары күтәрелә.
- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −9,3 °C
- Уртаса һауа дымлылығы — 69,5 %
- Уртаса ел тиҙлеге — 2,4 м/с
Билдәле кешеләр
- Притузов Андрей Иванович ― Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, 104-се уҡсылар дивизияһы командиры[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Поспелов, 2008
- ↑ Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2020. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
- ↑ Ольга Воскресенская. В Якутии открылся завод инновационных материалов 2022 йылдың 15 август көнөндә архивланған. // rg.ru (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2010)
- ↑ ПРИТУЗОВ АНДРЕЙ ИВАНОВИЧ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2021. Архивировано 9 сентябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
Поспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
Һылтанмалар
- Страница Краеведческого музея им. Г. В. Ксенофонтова на сайте Музеи России 2008 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.
- Исторические фотографии на сайте ФотоСоюз. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- Лист топографической карты P52-091-C,D. Архивировано из оригинала 19 апрель 2014 года. 2014 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған.