Олёкминск улусы
Олёкминск улусы (районы) (саха. Өлүөхүмэ улууһа) — Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһында (Яҡутстан) административ-территориаль берәмек (улус йәки район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район)
Административ үҙәге — Олёкминск ҡалаһы.
Географияһы
Яҡутстандың көньяҡ-көнбайышында, Себер платформаһында урынлашҡан, уның күпселек өлөшө эзбиз һәм мергелдән тора. Яҫы таулы рельеф. Күпселек өлөшөн Олёкмо-Старское һәм Чугин яҫы таулығы биләп тора, төньяҡта — Лена яны платоһы, көньяҡта — Удокан һыртының төньяҡ өлөшө. Ғинуарҙың уртаса температураһы −30 °С-тан 35 °С-ҡа тиклем, июль айындағы +12 °С-тан алып +18 °С-ҡа тиклем. Йылына 200 мм-ҙан 300 мм-ға ҡәҙәр яуым-төшөм була. Ҙур йылғаһы — Лена (уның күп һанлы ҡушылдыҡтары, иң ҙурыһы — Олёкма йылғаһы).
Халҡы
Муниципаль-территориаль ҡоролошо
Олёкминск районы (улусы), урындағы үҙидаралыҡ сиктәрендә, 23 муниципаль берәмектән, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе һәм 22 ауыл биләмәһенән (наслег)[2][3] тора.
Билдәле шәхестәре
- Абагинский Георгиевич Архип — саха совет шағиры
- Кульбертинов Иван Николаевич — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, снайпер
- Габышев Лев Львович — саха совет прозаигы, драматург, тәржемәсе, беренсе саха киносценарисы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2020. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
- ↑ Перечень населённых пунктов, входящих в состав сельских и городских поселений Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 27 июль 2013 года. 2013 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Энциклопедия «Лучшие люди России» 2013 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- Олекминский чароит 2011 йылдың 22 март көнөндә архивланған.