Сунтар улусы

Сунтар улусы (районы) (саха Сунтаар улууһа) — Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһында (Яҡутстан) административ-территориаль берәмек (улус йәки район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район)

Административ үҙәге — Сунтар ауылы.

Географияһы

Майҙаны — 57,8 мең км²

Улус Вилюй йылғаһының урта ағымында урынлашҡан. Сиктәш Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Нюрбин улусы, көнсығышта — Үрге Вилюй, көньяҡ-көнсығышта — Олёкминск, көньяҡ-көнбайышта —Лена, көнбайышта — Мирный улустары менән сикләшә.

Яҫы таулы рельеф. Улустың төньяғында —Вилюй платоһы, көньяғында — Лена буйы платоһы.

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

Сунтарский улусы (районда), ойошмалар сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ, шул иҫәптән 26 муниципаль берәмек статусы ауыл биләмәһе (наслег)[3][4]:

Милли составы

Халыҡтың төп өлөшө — саха (92,5 %). Шулай уҡ бында : урыҫтар (5,0 %), эвендар (0,2 %), эвенктар (0,2 %) һәм башҡа милләттәр (2,1 %) йәшәй.

Тораҡ пункттар

Сунтар улусы 39 тораҡ пункттан тора.

Улус менән бәйле шәхестәр

  • Попов Леонид Андреевич (1919, Наслег Арылахский — 1990) — саха совет яҙыусыһы.
  • Бессонов Георгий Евдокимович (1915—2005) — урта мәктәп уҡытыусыһы (Тойбохой ауылы), Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Кривошапкина Мария Афанасьевна (1981), бокс буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй чемпионаты (2012 йылда 1-се урын), бокс буйынса Европа кубогы чемпионы, профессионалдар араһында кикбоксинг буйынса донъя чемпионы.
  • Семёнов Григорий Трофимович (1903—1970) — совет геологы, Социалистик хеҙмәт геройы.

Палеонтология

Тээтэ йылғаһы буйында, Сунтар улусы Хоро ауылы янында, аҡбур осоро башындағы динозаврҙар табылған (145—125 млн йыл элек). Аллозавр, целурозавр һәм дромеозавр, стегозавр[5] һәм камаразавр, хампозавр рептилияһы[6][7][8], терапсид Xenocretosuchus ҡалдыҡтары осраған. Шулай уҡ кимереүселәргә оҡшаш Cryoharamia tarda төрө асыҡлана[9][10].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ https://mr-suntarskij.sakha.gov.ru/o-munitsipalnom-obrazovanii/geograficheskaja-i-istoricheskaja-spravka/istorija-suntarskogo-ulusa#:~:text=%D0%A6%D0%B5%D0%BD%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%BC%20%D1%83%D0%BB%D1%83%D1%81%D0%B0%20%D1%8F%D0%B2%D0%BB%D1%8F%D0%B5%D1%82%D1%81%D1%8F%20%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%BE%20%D0%A1%D1%83%D0%BD%D1%82%D0%B0%D1%80,%D0%AF%D0%BA%D1%83%D1%82%D1%81%D0%BA%D0%B0.
  2. ↑ https://14.rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Численность%20населения%20на%201%20января%202023%20года(1).xlsx
  3. ↑ Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)»
  4. ↑ Перечень населённых пунктов, входящих в состав сельских и городских поселений Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 27 июль 2013 года. 2013 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
  5. ↑ Pavel P. Skutschas et al. Wear patterns and dental functioning in an Early Cretaceous stegosaur from Yakutia, Eastern Russia, March 17, 2021
  6. ↑ Стегозавры местности Тээти Хоринского наслега Сунтарского улуса Республики Саха (Якутия)
  7. ↑ Сунтарозавры
  8. ↑ Динозавры в Якутии
  9. ↑ A new euharamiyidan mammaliaform from the Lower Cretaceous of Yakutia, Russia, 2020
  10. ↑ Новый род мезозойских млекопитающих нашли в сибирском «убежище»

Тема буйынса өҫтәмә