Пряхина Зоя Кузьминична
Пряхина Зоя Кузьминична (4 ноябрь 1927 йыл — 5 декабрь 1994 йыл) — совет халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Һарытау өлкәһе, Федоровка районының Мокроус урта мәктәбе уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
Биографияһы
Пряхина Зоя Кузьминична 1927 йылда хәҙерге Һарытау өлкәһе Федоровка районының Романовка ауылында, урыҫ ғаиләһендә тыуа. Атаһы бригадала иҫәпсе булып эшләй, туберкулездан иртә вафат була. Әсәһе — һауынсы. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә. 1935 йылдан Романовка урта мәктәбендә уҡый.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләргә тура килә. Ул ер ҙә һөрә, сәсә лә, һаламды күбәләргә лә өйә, игенде элеваторға ла алып бара, иҫәпсе булып та эшләй. 1945 йылда мәктәпте тамамлай. Иң яҡшы уҡыусы булараҡ, ҡыҙҙы Ҡалды ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп ебәрәләр.
1946—1948 йылдарҙа Һарытау ҡалаһында Уҡытыусылар институтында уҡытыусылар курсы үтә. 1948 йылда Федоровка районының Ивановка ауылында уҡытыусы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1951 йылда Халыҡ мәғариф бүлегенә педагогия кабинеты мөдире итеп ебәрелә, бер үк ваҡытта Мокроус урта мәктәбендә уҡыта[1].
1951 йылдан алып Һарытау педагогия институтында ситтән тороп уҡый. Белем алыуын 1955 йылда тамамлай. 1959—1986 йылдарҙа Мокроус мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙен оҫта һәм грамоталы, фәнен бар камиллығында белгән педагог итеп таныта. Мәктәптә күп йылдар Пряхина етәкселегендә әҙәби-драма түңәрәге эшләй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 27 июнендәге Указы менән белем биреү һәм тәрбиә эшендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Пряхина Зоя Кузьминичнаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.
Федоровка район советы депутаты итеп һайлана. 1980—1982 йылдарҙа Һарытау өлкә депутаттары советы депутаты була. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты ағзаһы[2].
Мокроус ҡасабаһында йәшәй. 1994 йылдың 5 декабрендә вафат була. Ҡасабаның иҫке зыяратында ерләнә.
Наградалары
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (27.06.1978)
- Ленин ордены (27.06.1978)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.07.1971)
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (07.101.959)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
- 1996 йылдың 8 февралендә 1-се Мокроус мәктәбе стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Пряхина Зоя Кузьминична - учитель, Герой Социалистического Труда. ЭтоРетро/EtoRetro. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2020.
- ↑ Пряхина Зоя Кузьминична. Передать всё сполна (Сергей Цух) / Проза.ру. www.proza.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2020.
Һылтанмалар
- Пряхина Зоя Кузьминична. «Герои страны» сайты.
- Главное — не слова… 2015 йылдың 2 май көнөндә архивланған.
- фрагмент кинофильма
- Фильм. Вечер памяти