Пугачёв Валерий Вениаминович
Пугачёв Валерий Вениаминович (5 июнь 1944 йыл) — журналистика теоретигы, китап эше белгесе. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2013 йылдан — урыҫ әҙәбиәте һәм китап баҫтырыу эше кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2005).
Биографияһы
Валерий Вениаминович Пугачёв 1944 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР‑ының Мәләүез районы Мәләүез ҡасабаһында (хәҙер — Мәләүез ҡалаһы) тыуа[1].
Урта белем алғандан һуң, 1969 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын[1], һуңынан Ростов дәүләт университетында аспирантура тамамлай[2].
1971—1977 йылдарҙа «Ленинец» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип була[1].
Педагогик эшмәкәрлеге 1974 йылдан башлана. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1989 йылда БДУ-ла асылған башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһында эшләй башлай. 2013 йылдан - урыҫ әҙәбиәте һәм китап баҫтырыу эше кафедраһы мөдире[2].
Валерий Вениаминовичтың уҡыусылары — ул журналист һөнәре серҙәренә төшөндөргән, барыһы ла «Пугачёв мәктәбе»н үткән уның элекке студенттары, аспиранттары, фән кандидаттары — бик күп. Уларҙың бихисабы федераль һәм республика баҫмалары редакцияларында эшләгән билдәле журналистар.
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге периодик баҫмаларҙың типологияһын өйрәнеүгә, Өфө губернаһының 1917 йылға тиклемге урыҫ телендәге периодик баҫмалары тарихына, китап ғилеменә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Хеҙмәттәре
- Газетный и журнальный мир Уфимской губернии: типологические и жанровые характеристики. Уфа, 2004;
- Уфимская книжность. Эволюция газетного, журнального, типографского и книжного дела. Уфа, 2004.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2024)
- ↑ 1 2 Уфимский профессор журналистики Валерий Пугачев отмечает 75-летний юбилей. ИА «Башинформ», 6 июня 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2024)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2024)
- Профессор БГУ Валерий Пугачев: У гуманитариев нет стимула заниматься наукой. Сайт «mkset.ru», 2 февраля 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2024)
- Уфимский профессор журналистики Валерий Пугачев отмечает 75-летний юбилей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2024)