Пучхон
Пучхон (кор.부천시?, 富川市?, Bucheon-si) — Көньяҡ Кореяла Кенгидо провинцияһындағы ҡала. Пучхон властары Судогвон баш ҡала төбәгенең мәҙәни баш ҡалаһы концепцияһын үҫтерәләр.
Тарихы
1914 йылда Инчхон ҡалаһының һәм Пупхен өйәҙенең бер нисә районы «Пучхон» исеме аҫтында берләштерелә. 1931 йылда Кенам районы (мен) Соса итеп үҙгәртелә (кор. 소사면). 1941 йылда Соса юғары «ып» административ статусын ала. Япониянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Пучхондың көнбайыш өлөшө ҡабаттан Инчхонға ҡушыла. Пучхонға 1973 йылда ҡала статусы бирелә.
1988 йылда Пучхон ике округҡа бүленә: Намга (көньяҡ) һәм Чунгу (үҙәк). Тиҙҙән Намга Сосагу тип атала. 1993 йылда Чунгуны бүлгәндән һуң ике яңы округ ойошторола: Вонмигу һәм Оджонгу[2].
Географияһы
Пучхон — ныҡ күп халҡы менән территорияһы буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған ҡала. Инчхон һәм Сеул ҡалалары араһында ята. Ҡаланың бөтә тиерлек территорияһын торлаҡ кварталдар биләй.
Административ бүленеше
Пучхон административ яҡтан 3 (гу) һәм 37 тонға (дон) бүленә:[3]
| Округ | Район | Хангыль | Майҙан, км² | Халҡы |
|---|---|---|---|---|
| Вонмигу (원미구) | Вонми-идон | 원미2동 | 0,51 | 16 540 |
| Вонми-ильдон | 원미1동 | 0,99 | 20 690 | |
| Йонгок-идон | 역곡2동 | 1,10 | 18 067 | |
| Йонгок-ильдон | 역곡1동 | 1,13 | 19 550 | |
| Сандон | 상동 | 0,91 | 22 055 | |
| Сан-идон | 상2동 | 32 712 | ||
| Сан-ильдон | 상1동 | 2,25 | 28 478 | |
| Сан-самдон | 상3동 | 34 290 | ||
| Симгок-идон | 심곡2동 | 0,59 | 16 579 | |
| Симгок-ильдон | 심곡1동 | 0,47 | 14 292 | |
| Симгок-самдон | 심곡3동 | 0,43 | 15 598 | |
| Сосадон | 소사동 | 0,55 | 11 056 | |
| Тодандон | 도당동 | 2,01 | 26 182 | |
| Чундон | 중동 | 0,94 | 18 613 | |
| Чун-идон | 중2동 | 1,17 | 32 823 | |
| Чун-ильдон | 중1동 | 1,25 | 36 118 | |
| Чун-садон | 중4동 | 8,05 | 23 890 | |
| Чун-самдон | 중3동 | 0,93 | 27 437 | |
| Чхуныйдон | 춘의동 | 2,92 | 16 483 | |
| Яктэдон | 약대동 | 0,69 | 10 396 | |
| Оджонгу (오정구) | Вонджон-идон | 원종2동 | 0,78 | 25 420 |
| Вонджон-ильдон | 원종1동 | 1,61 | 27 221 | |
| Коган-ильдон | 고강1동 | 1,84 | 17 883 | |
| Коган-пондон | 고강본동 | 1,71 | 35 597 | |
| Оджондон | 오정동 | 6,88 | 23 321 | |
| Синхындон | 신흥동 | 3,14 | 21 841 | |
| Сонгоктон | 성곡동 | 4,09 | 44 445 | |
| Сосагу (소사구) | Квеандон | 괴안동 | 1,03 | 24 582 |
| Помбактон | 범박동 | 2,92 | 22 119 | |
| Симгок-пондон | 심곡본동 | 0,95 | 20 656 | |
| Симгок-понильдон | 심곡본1동 | 0,76 | 20 567 | |
| Соса-понильдон | 소사본1동 | 1,21 | 16 283 | |
| Соса-понидон | 소사본2동 | 0,8 | 10 987 | |
| Соса-понсамдон | 소사본3동 | 1 | 37 041 | |
| Соннэ-идон | 송내2동 | 1,24 | 28 210 | |
| Соннэ-ильдон | 송내1동 | 1,13 | 23 856 | |
| Соннэ-самдон | 송내3동 | 1,79 | 25 834 |
Мәғарифы
Юғары уҡыу йорттарына Пучхон колледжы, Юхан колледжы, Корея католик университетының Пучхон кампусы һәм Сеул теология университеты инә.
Туризмы һәм иҫтәлекле урындары
Пучхон ҡалаһының туристик һәм мәҙәни тормошон түбәндәге иҫтәлекле урындар билдәләй:
- Пучхон филармония оркестры — Кореяла иң билдәле оркестрҙарҙың береһе.[4] Пучхон филармонияһы 2005 йылда Көньяҡ Кореяла Нобель премияһының аналогы булған Хоам премияһын алған беренсе музыкаль коллектив булып тора[5]
- Пучхон кинофестивале — 1997 йылдан ҡалала үтә. Был фестиваль фантастик киноға махсуслашҡан[6][7]
- Анимация музейы — Вонмигу округында урынлашҡан.[8]
- Быяла һәм керамика музейы —18— 20-се быуат сит ил Европа оҫталарының экспонаттары ҡуйылған[8]
- Поксаголь сәнғәте фестивале — 1985 йылдан йыл һайын яҙ уҙғарыла. Фестиваль сиктәрендә театр сығыштары, рәссамдарҙың һәм әҙиптәрҙең күргәҙмәләре, музыкаль конкурстар, фольклор коллективтарының сығыштары үткәрелә[9]
- Донъя архитектураһы шедеврҙары паркы — был паркта донъя архитектураһының кесерәйтелгән шедеврҙары ҡуйылған. Бында Сидней операһы бинаһын, Эйфель башняһын, Василий Блаженный ҡорамын һәм башҡа данлыҡлы ҡоролмаларҙы күрергә мөмкин[10]
- Тончхан акробатика театры — Кореяның иң боронғо театрҙарының береһе, 70 йыл дауамында эшләй[10]
Туғандаш ҡалалар
Пучхон Көньяҡ Кореяла һәм сит илдә бер нисә туғандаш ҡалаға эйә[11]:
- Ил эсендә
Хвасон ҡалаһы, Кенгидо провинцияһы — 1996
Понхва өйәҙе, Кенсан-Пукто провинцияһы — 1997
Муджу өйәҙе, Чолл-Пукто провинцияһы — 1997
Сонпхагу округы, Сеул ҡалаһы — 1996
Окчхон өйәҙе, Чхунчхон-Пукто провинцияһы — 1997
Каннын өйәҙе, Канвондо провинцияһы — 1997
- Сит илдәрҙә
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Города Южной Кореи
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/bucheon
- ↑ История Пучхона. (кор.) (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011. 2004 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Административное деление Пучхона. (кор.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Пучхонский филармонический оркестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт Пучхонского филармонического. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.
- ↑ Пучхонский кинофестиваль. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт пучхонский кинофестиваля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.
- ↑ 1 2 Музеи Пучхона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Фестиваль Поксаголь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ 1 2 Парк мировой архитектуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Города-побратимы Пучхона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011. 2011 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Официальный сайт города 2011 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.
- Страница города в вики-энциклопедии Galbijim (инг.)
- Достопримечательности Пучхона(недоступная ссылка)