Пушкарская Нина Ивановна
Нина Ивановна Пушкарская (6 май 1926 йыл — 17 ғинуар 1975 йыл) — СССР-ҙың тимер юл транспорты алдынғыһы. 1946—1975 йылдарҙа Силәбе өлкәһендәге Магнитогорск металлургия комбинатының паровоз һәм электровоз машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
Биографияһы
Нина Ивановна Пушкарская 1926 йылдың 6 майында Тверь өлкәһенең Зубцово районы Ивашково ауылында рус крәҫтиәне ғаиләһендә тыуа.
1940 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Еңел сәнәғәт техникумына уҡырға инә. 1941 йылда фронтта атаһы һәлак була. 1941 йылдан 1942 йылға тиклем оккупацияла була.
1942 йылдың көҙөндә Магнитогорскиға оҙатыла. 1943 йылда ФЗУ-ла уҡыуын тамамлай.
1943 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Магнитогорскиҙағы металлургия комбинатында паровоз машинисы ярҙамсыһы булып башлай. Өс йылдан һуң паровоз машинисы булып үҙаллы эшләй. 1948 йылда комбинатҡа беренсе электровоздар алына, Нина Ивановна уларға күсә. 1957 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем өлкән электровоз машинисы булып эшләй.[1]
Үҙенең һөнәри кимәлен даими камиллаштыра. Бер нисә йәш белгес тәрбиәләй, уларға үҙенең бай тәжрибәһен еткерә. Завод эсендә тауар ташыуҙа өҙөклөктәргә юл ҡуймай.
1960 йылдың 7 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән тимер юл бәйләнешен тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө хөрмәтенә Нина Ивановна Пушкарская Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнә һәм уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1949 йылдан КПСС ағзаһы.
1975 йылдың 17 ғинуарында вафат була. Магнитогорскиҙа ерләнгән.
Хәтер
- Магнитогорскиҙа Герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2000);
- Ҡала урамдарының береһе Н. И. Пушкарская исемен йөрөтә (2017).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (07.03.1960)
- Ленин ордены (07.03.1960)
- «За трудовое отличие» миҙалы (31.03.1954)
- башҡа миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дети, электровозы и коровы. В марте 1960 года отмечали полувековой юбиле. Магнитогорск (11 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
Әҙәбиәт
- Магнитогорск: краткая энциклопедия. — Магнитогорск, 2002.
- Созвездие славы: — Магнитогорск, 2002.
- Челябинская область. Энциклопедия в 7 томах. Челябинск, 2003—2007.
Һылтанмалар
- Пушкарская Нина Ивановна. «Герои страны» сайты.