Рита Леви-Монтальчини

Рита Леви-Монтальчини (итал. Rita Levi-Montalcini; 22 апрель 1909 йыл — 30 декабрь 2012 йыл) — итальян нейробиологы, үҫеү факторҙарын, атап әйткәндә NGF-ты асҡан өсөн Стэнли Коэн менән бергә физиология һәм медицина буйынса 1986 йылғы Нобель премияһы лауреаты була. Итальян Республикаһының ғүмерлек сенаторы.

Биография

Рита Леви (1930-сы йылдарҙа бөтә бер туғандары менән бергә фамилияларын Леви-Монтальчини тип үҙгәртәләр) Туринда йәһүд сефардтары ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуа (игеҙәк һыңары Паола менән). Атаһы Адамо Леви (1932 йылда вафат була) — Казале-Монферратонан сыҡҡан инженер-электрик һәм математик; әсәһе Аделе Монтальчини Астиҙан рәссам була[17].

1936 йылда медицина мәктәбен тамамлағас, Леви-Монтальчини физиолог Джузеппе Левиҙың (Giuseppe Levi, 18721965) ассистенты булып эшкә инә[18], ләкин тиҙҙән, Муссолини хөкүмәте тарафынан йәһүдтәргә академик һәм профессиональ карьераларҙы тыйған антисемитсы закондар сығарылғас, эштән бушатыла. 1943 йылда Леви-Монтальчини ғаиләһе менән Флоренцияға ҡаса һәм хәрби хәрәкәттәр тамамланғас ҡына Туринға ҡайта.

1946 йылдан Сент-Луиста Виктор Хамбургер менән Вашингтон университетында эшләй, 1951 йылдан шунда уҡ — ассоциацияланған зоология профессоры, 1958 йылдан — тулы профессор. 1974 йылда Европа Молекуляр биология ойошмаһы ағзаһы була.

Америка сәнғәт һәм фән академияһы ағзаһы (1966), Деи Линчеи академияһы ағзаһы, АҠШ Милли фәндәр академияһы ағзаһы (1968), һуңғыһының бөтә тарихында унынсы ҡатын-ҡыҙ ағза була. Атеист булыуына ҡарамаҫтан, 1974 йылда Папа фәндәр академияһы ағзаһы ителә (беренсе ҡатын-ҡыҙ ағза). Франция Фәндәр академияһының (1989) һәм Лондон Король йәмғиәтенең (1995) сит ил ағзаһы.

Итальян Республикаһы Сенатының иң өлкән ағзаһы була, һул-үҙәк коалиция яҡлы була.

Ғаиләһе

  • Ағаһы — Джино (Луиджи) Леви-Монтальчини (Gino Levi-Montalcini, 1902—1974), билдәле архитектор.
  • Игеҙәк һыңары — Паола Леви-Монтальчини (Paola Levi Montalcini, 19092000), рәссам. Тағы бер апаһы Нина (Анна) Леви-Монтальчиниға (1905—2000) Рита Леви-Монтальчиниҙың «Elogio dell’imperfezione» (2000) тигән автобиографик китабы арналған.
  • Ике туған һеңлеһе — Еуджения Сачердоте де Лустиг (Eugenia Sacerdote de Lustig, 1910—2011), Аргентина медик ғалимы; Рита Леви-Монтальчини менән Еуджения Сачердоте медицина мәктәбендә бергә уҡый һәм Турин университетында гистолог Джузеппе Левиҙың тикшеренеүҙәр алып барған төркөмөнә бергә ҡушыла (уларҙан башҡа был төркөмдә буласаҡ Нобель премияһы лауреаттары Сальваторе Лурия һәм Ренато Дульбеко ла шөғөлләнә)[19][20].

Маҡтаулы бүләктәре

  • 1963 — Max Weinstein Award, United Cerebral Palsy Association[21]
  • 1969 — Фельтринелли премияһы
  • 1974 — William Thomson Wakeman Award, National Paraplegia Foundation
  • 1981 — Розенстила премияһы
  • 1983 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы, Колумбия университеты
  • 1985 — Ральф Джерард премияһы
  • 1986 — фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы
  • 1986 — физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы
  • 2 июнь 1986 — «Итальян Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены командоры[22]
  • 31 октябрь 1986 — Мәктәп белеме биреү, мәҙәниәт һәм сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн алтын миҙал[23]
  • 1987 — АҠШ-тың Милли фәнни миҙалы
  • 8 ғинуар 1987 — «Итальян Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Ҙур тәреһе[24]
  • 1990 — Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса юғары советтың алтын миҙалы
  • 6 июнь 2001 — Фән һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн алтын миҙал[25]
  • 2009 — Leonardo da Vinci Award, European Academy of Sciences
  • Почетлы легион орденының бөйөк офицеры (Франция)[26].

Иҫкәрмәләр

  1. NNDB (ингл.) — 2002.
  2. encyclopedia.com (ингл.)HighBeam Research.
  3. http://www.infoplease.com/encyclopedia/people/levi-montalcini-rita.html
  4. NNDB (ингл.) — 2002.
  5. 1 2 www.accademiadellescienze.it (итал.)
  6. АҠШ фәндәр милли академияһы — 1863.
  7. Папская академия наук — 1936.
  8. Всемирная академия наук — 1983.
  9. https://www.ae-info.org/ae/User/Levi-Montalcini_Rita
  10. Bell A. Rita Levi-Montalcini - ITALIAN-AMERICAN NEUROLOGIST (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 2018.
  11. Rita Levi-Montalcini (швед.) — 1999.
  12. 1 2 Rita Levi-Montalcini // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  13. Rita Levi-Montalcini // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  14. Tang J. Rita Levi-Montalcini // Levi-Montalcini, Rita (22 April 1909–30 December 2012) (ингл.) // American National Biography Online / S. Ware — New York City: Oxford University Press, 2018. — ISSN 1470-6229doi:10.1093/ANB/9780198606697.ARTICLE.1302688
  15. The Washington Post (ингл.) / M. Murray — Washington, D.C.: William Lewis, 1877. — ISSN 0190-8286; 2641-9599
  16. The Sydney Morning Herald (ингл.) — Sydney: Fairfax Media, 1831. — ISSN 0312-6315
  17. Women in the Biological Sciences
  18. Гистолог Джузеппе Леви был отцом писательницы Наталии Гинзбург.
  19. The cousin ignored 2016 йылдың 10 март көнөндә архивланған.
  20. Интервью с Пьерой Леви-Монтальчини
  21. http://beckerexhibits.wustl.edu/mig/bios/levi-montalcini.html
  22. Commendatore Ordine al Merito della Repubblica Italiana Dott.ssa Rita Levi (итал.)
  23. Medaglia d’oro ai benemeriti della scuola della cultura e dell’arte Dott.ssa Rita Levi Montalcini (итал.)
  24. Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana Dott.ssa Rita Levi (итал.)
  25. Medaglia d’oro ai benemeriti della scienza e cultura Prof. Rita Levi Montalcini (итал.)
  26. Consegna della Croce di Grande Ufficiale della Legione d’onore all’On. Rita Levi Montalcini (итал.)